Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән тормошҡа ашырылған "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) сиктәрендә яҙғы юл эштәренә тотондолар.
Мәҫәлән, әлеге ваҡытта Өфөлә Затон шоссеһында сикләүҙәр индерелгән. Әйткәндәй, Затон шоссеһында быйыл тәүге тапҡыр масштаблы юл ремонты башланған. Водителдәргә ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтар тыуыуы тураһында мэрияның матбуғат хеҙмәте иҫкәртә. Ағиҙел йылғаһы аша һалынған күперҙән алып Мебель эшләүселәр үткәүелендәге юл үткәргескә тиклемге участканың дөйөм оҙонлоғо 8,5 километр тәшкил итә. Юлдың был участкаһы, ул эксплуатацияға индерелгәндән алып, йәғни ун йыл эсендә, бер тапҡыр ҙа төҙөкләндерелмәгән булған.
Юлсылар 115 000 квадрат метрҙан ашыу майҙанда иҫке япманы тигеҙләп, яңыһын ябасаҡ. Бынан тыш, нығытма һыҙаттары, юл билдәләре лә яңыртыласаҡ. Ремонт эштәре тамамланғандан һуң термопластик менән юлға горизонталь билдә төшөрөләсәк. Муниципаль контрактҡа ярашлы, ремонтты 2022 йылдың октябрь аҙағына тиклем тамамлау күҙаллана.
Фото Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан