Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Апрель 2022, 09:30

Йөрәк һау булһын

Башҡортостан ил буйынса кардиологик ПЭТ-тикшереүҙе ҡуллана башлаған тәүге төбәктәр рәтенә ингән.

Йөрәк һау булһын
Йөрәк һау булһын

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект “Здравоохранение”) ярашлы, кешеләрҙең сәләмәтлеген хәстәрләү өсөн ҙур мөмкинлектәр тыуҙырыла, тормош сифатын күтәреү, даими ярҙам күрһәтеү буйынса маҡсатҡа ярашлы эш алып барыла.

Мәҫәлән, Башҡортостан ил буйынса кардиологик ПЭТ-тикшереүҙе ҡуллана башлаған тәүге төбәктәр рәтенә ингән. Йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙарын юғары кимәлдә диагностикалау ысулы пациенттарҙа ҡулланыла башлаған да.

Ағымдағы йылға мотлаҡ медицина страховкалау полисы буйынса республикаға бушлай өс йөҙ квота бүленгән. Позитрон-эмиссион томография организмдағы елһенеү процестарын иртә стадияла күреү мөмкинлеген бирә. Диагностика аныҡ ваҡыт режимында башҡарыла. ПЭТ-тикшереүгә йөрәгендә елһенеүгә шик булған пациенттар ебәрелә. Бынан тыш, аппарат елһенеү сығанаҡтарын тотош тәндә күреү мөмкинлеген бирә. Яҡын арала был диагностика алымының икенсе этабын үҙләштереү башланасаҡ.

Йөрәкте ПЭТ-тикшереүгә йүнәлтмәне табип-кардиолог аша алырға мөмкин. Диагностиканың был төрөн үтеү өсөн процедураға алдан әҙерлек мөһим: табиптарҙың бөтә кәңәштәрен тотоу зарур. Эш кардиология үҙәге белгестәре менән берлектә алып барыла.

Фото: health.bashkortostan.ru

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас в