Башҡортостан
-14 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Апрель , 19:30

Баймаҡ ветераны үҙ шыршыһын ултыртты

Был ағас Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәйзулла Әблүзин исемен йөрөтәсәк.

Баймаҡ ветераны үҙ шыршыһын ултыртты
Баймаҡ ветераны үҙ шыршыһын ултыртты

Район-ҡалаларҙа йәшелләндереү айлығы бара, ағас ултыртыу өмәләре башланды. Үткән аҙнала Баймаҡ ҡалаһының Еңеү паркында ла иҫтәлекле сара үтте. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 96 йәшлек Ғәйзулла Әблүзин был акцияла ҡатнашып, үҙ исемен йөрөтәсәк шыршыны үҙ ҡулдары менән ултыртты.

Шулай уҡ ағас ултыртыу өмәһендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев һәм башҡалар ҡатнашты.

Фронт һыҙығына Ғәйзулла Әблүзин 1944 йылдың ноябрендә 359-сы уҡсылар һәм 395-се пехота дивизияһы 6-сы армияһының Беренсе Украина фронты аша эләгә. Ул Көнбайыш Украинаны, Польшаны азат итеүҙә ҡатнаша. Ҡаты алыштарҙың береһендә йәш һалдат янында көслө шартлау була. Контузия алып, уға ике ай госпиталдә ятырға тура килә. Артабан Ғәйзулла Мөхәмәт улы йәнә фронтҡа йүнәлә, илебеҙҙе немец илба­ҫарҙарынан азат итеүҙә ҡатнаша.

Баймаҡ һалдаты икенсегә контузия ала, был юлы хәле үтә насар була. Хатта табиптар уның йүнәлеп китеүенә ышанмай, шунлыҡтандыр район военкоматына, аҙаҡ әсәһенә уның үлеме хаҡында “ҡара ҡағыҙ” ебәрелә. Еңеү яҙын ул ауыр хәлдә госпиталдә ҡаршылай. Үлеп терелгән һалдатҡа тыуған яғына 1951 йылда ҡына ҡайтырға насип итә. 1954 йылда Хәмиҙә исемле ҡыҙ менән ғаилә ҡороп, ете балаға ғүмер бирәләр, 57 йыл бәхетле ғүмер кисерәләр.

Бөгөн ул Баймаҡ ҡалаһында ҡыҙы менән бергә йәшәй, тыуған ауылы Байышты ла онотмай. Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн яугир күкрәген II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “Батырлыҡ өсөн”, Жуков миҙалдары биҙәй. Улар янында тыныс тормошта намыҫлы хеҙмәте өсөн бирелгәндәре лә урын алған, юбилей миҙалдары ла өҫтәлгән.

Бөйөк Еңеү алдынан ветерандың үҙ исемле шыршыһы булыуы икеләтә ҡыуаныслы. “Мин уны даими ҡарап, һыу ҡойоп үҫтерәсәкмен”, - ти яугир.

Был сара Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” (национальный проект "Экология") милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға өлөш индерә..

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Андрей Фадеев.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас в