Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Апрель , 12:25

Дүрт меңдән ашыу кеше эшкә урынлаштырыла

Юридик берәмектәр, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, шәхси эшҡыуарҙар ярҙамға иҫәп тота ала.

Дүрт меңдән ашыу кеше эшкә урынлаштырыла
Дүрт меңдән ашыу кеше эшкә урынлаштырыла

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда эш биреүселәр субсидияланған яллау программаһына ярашлы дәүләт ярҙамынан файҙалана ала. Программа социаль йәһәттән яҡлауға мохтаж эшһеҙ граждандарҙы эшкә урынлаштырыу өсөн өҫтәмә мөмкинлек аса. Быйыл 4025 йәш кешене эшкә урынлаштырыу күҙаллана. Сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының (национальный проект “Демография”) “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” федераль проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла.

Һүҙ 30 йәшкә тиклемге граждандарҙың айырым категорияларын эшкә урынлаштырыу хаҡында бара. Программа шарттары буйынса сарала хеҙмәт мөнәсәбәттәрендә тормаған, шул иҫәптән инвалид һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән; хәрби хеҙмәттән һуң 4 ай эсендә эшкә урынлашмаған; һөнәри һәм юғары белемһеҙ йәштәр; етем балалар; бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияла иҫәптә торған 16-30 йәшлек кешеләр һәм башҡалар ҡатнаша ала. Эшкә урынлашҡан һәр гражданға эш биреүсе беренсе, өсөнсө һәм алтынсы айҙары өсөн 20797,5-шәр һум алырға хоҡуҡлы.

Программаға ярашлы, юридик берәмектәр, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, шәхси эшҡыуарҙар ярҙамға иҫәп тота ала. Унда ҡатнашыу өсөн эш биреүселәргә “Рәсәйҙә эш” порталына ғариза ебәрергә кәрәк.

10 апрелгә ҡарата “Рәсәйҙә эш” берҙәм һанлы платформаһында республика эш биреүселәренән 135 ғариза теркәлгән, улар 445 вакансия тәҡдим итә. Мәшғүллек үҙәктәре 27 гражданды эшкә урынлаштырған.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: mintrud.bashkortostan.ru/presscenter/news/442209/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/247383

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас в