Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Апрель 2022, 09:30

Хеҙмәтләндереү сифаты яҡшыра

"Бөтә эш режимы ла яҡшы көйләнгән, ҡорамал үҙенең өҫтөнлөгөн раҫланы", - ти табиптар.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект "Здравоохранение") тәүге медик-санитария ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү программаһына ярашлы, Иҫәнғол дауаханаһына быйыл март айында “Рускан 60” ультратауыш аппараты алынғайны. 

Дауахананың баш табибы Денис Ғәбәүетдинов әйтеүенсә, был системаның мөмкинлектәре киң. Табиптар уның ярҙамында пациенттарҙың эске ағзалары торошо тураһында теүәл мәғлүмәт ала. Уны медицинаның төрлө өлкәләрендә ҡулланалар, бөйөр, ҡалҡан биҙе, һөт биҙе, һөйәк-мускул системаһы, лимфа төйөндәре, ҡан тамырҙары һәм башҡа ағзаларҙы тикшерергә мөмкин.  

Ҡорамал апрель башында эшкә ҡушылды, 246 пациент тикшереү үтте лә инде. Улар һуңғы ваҡытта дауаханала медицина хеҙмәтләндереүенең яҡшырыуын билдәләй. Яңы ҡорамалда табиптар А. Мәсәлимова менән Д. Абдуллина эшләй.  Бөтә эш режимы ла яҡшы көйләнгән, ҡорамал үҙенең өҫтөнлөгөн раҫлай, ти улар.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновациялы медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡҡа.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Хеҙмәтләндереү сифаты яҡшыра
Хеҙмәтләндереү сифаты яҡшыра
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: