Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Апрель 2022, 10:30

Шишмә тәмлекәстәре шатлыҡ өләшә

Предприятие 10 йыл инде Шишмә районы бренды аҫтында бик тәмле печенье етештерә.

Шишмә тәмлекәстәре шатлыҡ өләшә
Шишмә тәмлекәстәре шатлыҡ өләшә

Шишмә районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) сиктәрендә Шишмә районы хакимиәте башлығы Ришат Мансуров “Шатлыҡ өсөн тәм-том” кондитер фабрикаһында булды. Предприятие 10 йыл инде Шишмә районы бренды аҫтында бик тәмле печенье етештерә, илдең башҡа төбәктәренә, хатта сит илдәргә продукция сығарыу географияһын киңәйтә.

“Шатлыҡ өсөн тәм-том” кондитер фабрикаһы 2010 йылдың декабрендә асылған. Ул саҡта фабрикала ҡуйыртылған бешкән һөттән “сәтләүек” печеньеһы ғына сығарғандар. Етештереү күләме тәүлегенә уртаса 1-2 йәшник кенә тәшкил иткән. Хәҙер иһә бында сменаһына уртаса бер тонна продукция сығарыла, шул уҡ ваҡытта етештереү ҡеүәте өс тоннаға тиклем тәм-том бешереү мөмкинлеген бирә.

Ассортиментта – һоло печеньеһе, кекс, ҡатлы ҡамыр ризыҡтары һәм төрлө эслек һалып бешерелгән печенье. Әйткәндәй, тәм-том төрҙәре даими яңырып тора. Фабрикала тик үҙебеҙҙең сеймал ғына ҡулланыла, бөтә ингредиенттар тәбиғи, консерванттар ҡушылмай, шуға күрә продукцияның уртаса яраҡлылыҡ срогы бер айҙан артмай.

Етештереү процесы менән танышыу барышында Ришат Мансуров берлектә хәл ителә торған ҡайһы бер мәсьәләләрҙе билдәләне. Уларҙы яйға һалыу предприятиеға артабанғы үҫешендә ярҙам итәсәк.

 #ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/247327

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/247327

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: