Ғинуар – мартта республикала 833,5 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Был былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 20 процентҡа күберәк тип хәбәр итә Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса бүлексәһе. Сафҡа индерелгән торлаҡ күләме буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләһә, Рәсәйҙә был йәһәттән – етенсе урындабыҙ.
- Республика үҙ позицияһын бирмәй генә ҡалмай, торлаҡ йорттарҙы файҙаланыуға тапшырыу кимәлен дә арттыра. Инфраструктура ла үҫешә: инженер селтәрҙәрен, социаль объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыу арта. Граждандарыбыҙға уңайлы шарттар барлыҡҡа килтереү өсөн барыһы ла эшләнә, - тип белдерҙе республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазмфаһын башҡарыусы Егор Родин.
Шәхси торлаҡ төҙөлөшөнә дөйөм торлаҡ күләменең 54,2 проценты тура килә. Был – 451,5 мең квадрат метр. Төҙөүселәр 45,8 процент йәки 382 мең “квадрат метр”ҙы төҙөгән. Эш “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) сиктәрендә бара. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса башланған милли проект уртаса килемле ғаиләләрҙе тәьмин итеүҙе, торлаҡты ипотека кредитын файҙаланып һатып алыуҙы, был тармаҡтағы төҙөлөштөң артыуын, шулай уҡ уңайлы ҡала мөхитен арттырыуҙы күҙаллай. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.
Алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау ҙа был милли проекттың төп маҡсаттарының береһе. Башҡортостанда ярты йылға Өфөләге “Алтын яр” төҙөлөш комплексы эшмәкәрлеге туҡтатып торолған. Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының был ҡарарын Башҡортостандың Арбитраж суды раҫлаған. Асыҡланыуынса, ойошма бер нисә тапҡыр өлөшсөләр хоҡуҡтарын боҙған һәм 214-се Федераль закон талаптарын үтәмәүҙә ғәйепләнеп, административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.
- Маҡсатыбыҙ - алданған өлөшсөләрҙең барлыҡҡа килеүенә юл ҡуймау. Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы ошо йәһәттән эш алып бара. Ысынлап та, тикшереүҙәр һаны кәмей, әммә был төҙөүселәр эшмәкәрлегенә контроль кәмей тигәнде аңлатмай, - тип һөйләне республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов.
Әйткәндәй, Дәүләт хеҙмәттәре республика порталы тағы бер дәүләт хеҙмәте – күсемһеҙ милек исемлегенән объекттарҙы кадастр иҫәбенән алыу йәки уға индереү менән тулыландырылған. Был хаҡта түбәндәге һылтанма буйынса белергә мөмкин:
https://gosuslugi.bashkortostan.ru/#/shortCard/1002.
Был хеҙмәт Башҡортостандың Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы тарафынан күрһәтелә.
- Министрлыҡтың төп эш йүнәлеше – ер һәм милек мөнәсәбәттәре буйынса дәүләт хеҙмәттәрен алғанда уңайлылыҡ булдырыу. Шуға ойошмалар, граждандар өсөн онлайн форматта дәүләт хеҙмәттәрен файҙаланыу мөмкинлеге булырға тейеш. Бөгөн электрон рәүештә беҙҙең ведомство буйынса 26 хеҙмәттән файҙаланырға мөмкин, - тип белдерҙе республиканың ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская.
Онлайн хеҙмәт күрһәтеү сиктәрендә күсемһеҙ милекте тикшереүҙе үткәреүҙе рәсмиләштерергә йәки тикшереү акты күсермәһен алырға мөмкин.
Фото: kredit-on.ru
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан