Башҡортостан
-14 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Апрель , 12:30

Компетенциялар үҙәге сертификат алды

Сертификатлау барышында эксперттар ике предприятиела булды.

Компетенциялар үҙәге сертификат алды
Компетенциялар үҙәге сертификат алды

Башҡортостандың Иҡтисади  үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге төбәк компетенциялар үҙәге Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты (национальный проект “Производительность труда”) нигеҙендә сертификатлауҙы уңышлы үтте. Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге федераль компетенциялар үҙәге вәкиле Вячеслав Тихомиров ошо турала белдерҙе.

Төбәк компетенциялар үҙәген сертификатлау ике этапта – дистанцияла һәм туранан-тура уҙғарылды. Тәүгеһендә милли проект күрһәткестәре, предприятиеларҙың уға йәлеп ителеүе, тормошҡа ашырылған проекттар һәм хеҙмәт етештереүсәнлеге буйынса өлгәшелгән айырым маҡсатлы күрһәткестәр баһаланды. Туранан-тура үткәрелгән этапта компетенциялар үҙәгенең предприятиеларға күрһәткән ярҙамының сифаты тикшерелә.

– Төбәк компетенциялар үҙәгенең сертификацияны үтеүенә килгәндә, дистанциялағы һынауҙы ул ышаныслы үтте, байтаҡ күрһәткестәр арттырып үтәлде. Туранан-тура уҙғарылған этап предприятие етәкселәренең һәм хеҙмәткәрҙәренең проектҡа күпләп йәлеп ителеүен, проекттың ысынлап та файҙалы булыуын күрһәтте, – тине Вячеслав Тихомиров.

Сертификатлау барышында эксперттар ике предприятиела: Төбәк компетенциялар үҙәге пилот проектын тормошҡа ашырған Белореттағы “ДЕКА-С” йәмғиәтендә, шулай уҡ проект тамамланған Өфөнөң “Прометей” йәмғиәтендә булды.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: economy.bashkortostan.ru/presscenter/news/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/247860

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас в