Малаяҙ үҙәк дауаханаһына яңы “Диаком” рентген диагностика аппараты килтерелде. Яңы ҡорамалдың хаҡы – 11 миллион 300 мең һум.
Әлеге ваҡытта техниктар аппаратты алдан әҙерләнгән, капиталь ремонт үткәрелгән кабинетҡа урынлаштырыу менән мәшғүл. “Диаком” ҡулланыуҙа ябай, төрлө рентген тикшеренеүҙәрен үтәй ала. Ашығыс кисектергеһеҙ ярҙам кәрәк булғанда ул баһалап бөтөргөһөҙ тәьҫирле ҡорамал.
– “Диаком” рентген диагностика комплексы халыҡҡа тәүге медик-санитар ярҙам сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк, оҙаҡламай ул тәүге пациенттарын ҡабул итәсәк, – ти Малаяҙ дауаханаһының баш табибы Надежда Дмитренко.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.