Милли проекттар
19 Апрель 2022, 05:30

Затон шоссеһында эш башланды

2022 йылда төҙөкләндерелгән иң ҙур объекттарҙың береһе – ул Затон шоссеһы.

Затон шоссеһында эш башландыЗатон шоссеһында эш башланды
Затон шоссеһында эш башланды

Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Өфөлә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) буйынса ремонт эштәре башланды. Быйыл республиканың баш ҡалаһында дөйөм оҙонлоғо 21 километр тәшкил иткән 16 урам-юл участкаһы норматив хәлгә килтерелә. Был маҡсатҡа 1,854 миллиард һум йүнәлтелә. “Өфө Башҡортостан Республикаһында “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын тормошҡа ашырыу йәһәтенән алдынғыларҙың береһе булып тора. Тап ошонда күләмле эштәр башҡарыла”, – тине транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев.

2022 йылда төҙөкләндерелгән иң ҙур объекттарҙың береһе – ул Затон шоссеһы, атап әйткәндә уның Ағиҙел йылғаһынан алып Мебель яһаусылар арауығына тиклемге участкаһы. Объекттың оҙонлоғо – 8,5 километр. Ремонт барышында 115000 квадрат метрҙан ашыу майҙанда иҫке япманы ҡырып алып, яңыһын түшәйҙәр. Бынан тыш, юлсылар бүлеү һыҙатын ремонтлай,  нығытыу һыҙатын тәртипкә килтерә. Ремонт тамамланғас, юлға термопластик тамға һалына.

Әле юл эштәре барған урам-юл селтәре участкаһында мәғлүмәт таҡталары һәм билдәләр ҡуйылған. Водителдәрҙән ремонтҡа бәйле ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтарҙы аңлап ҡабул итеүҙе үтенәләр. Транспорт хәрәкәтендә ҡыйынлыҡтар булыуы ихтимал. Шуға күрә водителдәргә тиҙлек тәртибен һәм ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә кәрәк.

Муниципаль килешеүгә ярашлы, эште быйыл октябрь аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла.

 #ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/247599

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/247599

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас