Быйыл Яңауыл районының ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәренә тәүге игеҙәктәрҙе теркәү ваҡиғаһын оҙаҡ ҡына көтөргә тура килде. Һәм, ниһайәт, ошо көндәрҙә 2022 йылдың тәүге игеҙәктәренә тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшырылды.
Арина һәм Артем Зидияровтар ошо йылдың 6 апрелендә Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында донъяға килгән. Бәхетле сабыйҙар – Эдгар һәм Дарья Зидияровтарҙың дүртенсе һәм бишенсе балаһы. Өйҙә бәләкәс туғандарын өс ағаһы ҡыуанып ҡаршы алған. Айнурға – 15, Айҙарға – 12, Антонға – һигеҙ йәш. “Улдарым һеңле тыуыуын теләне. Хоҙай бәхетебеҙҙе ишле итеп, тағы бер уллы ла, ҡыҙлы ла итте. Сабыйҙарымдың тыуған ваҡыттағы ауырлығы 2,8 һәм 2,7 килограмм булды”, - ти бәхетле әсә.
Күп балалы Эдгар һәм Дарья Зидияровтар ғаиләһе Норкан ауылында йәшәй. Өлкән балалар Һандуғас ауылы мәктәбендә уҡый. Ғаилә башлығы Яңауылда электрик булып эшләй, күп балалы әсә бала тәрбиәләү буйынса отпускыға тиклем “Йорт идарасыһы” компанияһында эшләгән.
Яңы тыуған Арина менән Артемға – бәхетле бала саҡ, ә күп балалы Зидияровтар ғаиләһенә ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәрәкәтле тормош теләйбеҙ.
Ил Президенты В.В. Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Демография” милли проекты (национальный проект “Демография”) Рәсәй халҡының һанын арттырып, демографик үҫеште яҡшыртыуҙы, халыҡ өсөн уңайлы йәшәү шарттары булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Заман ауырлығына һылтанмай, лайыҡлы алмаш тәрбиәләп үҫтергән ошондай күп балалы ғаиләләр һәр йәһәттән өлгө булып тора.
Фото һәм сығанаҡ: "Янаульские зори" гәзите.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан