Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфөлә Ғабдулла Амантай урамы төҙөкләндерелә. Эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) башҡарыла. Амантай урамының Фәйзи Ғәскәров урамынан Зәйнәб Биишева урамына тиклемге участкаһының оҙонлоғо – 800 метр.
Төҙөкләндереү барышында 11300 квадрат километрҙан ашыу ергә яңы асфальт түшәү, бордюр таштарын алмаштырыу, техник һыҙаттарҙы тәртипкә килтереү, тротуарҙы, йәйәүлеләр юлы буйындағы ҡоймаларҙы ремонтлау күҙаллана. Иң һуңынан горизонталь юл тамғаларын һалалар.
Юлсылар ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтарҙы аңлап ҡабул итеүҙе, тиҙлек тәртибен, юл ҡағиҙәләрен үтәүҙе үтенә.
Муниципаль килешеүгә ярашлы, Ғабдулла Амантай урамындағы ремонтты быйыл сентябрь аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: ufacity.info/press/news/458038.html
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/247886