Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Апрель 2022, 08:30

Күңеле бөтөндөң тормошо ла бөтөн

Мәҙәниәт усаҡтарын төҙөкләндереү – халыҡтың дәртен, күңелен үҫтерә

Күңеле бөтөндөң тормошо ла бөтөн
Күңеле бөтөндөң тормошо ла бөтөн

Быйыл “Мәҙәниәт” милли проектының төбәк проекттарын бойомға ашырыуға 2021 йылдағынан ике тапҡырға тиерлек мулыраҡ сумма – 1,6 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленде, шуның 631,7 миллион һумы – федераль ҡаҙнанан. Иң күп аҡса ауыл мәҙәниәт йорттарын һәм балалар сәнғәт мәктәптәрен ремонтлауға һалынған. Шул иҫәптән Дәүләкән районының Ҡоръятмаҫ ауылы мәҙәниәт йортонда ла түшәм, иҙән, стеналарҙы төҙөкләндерә башланылар. Тәҙрәләр алыштырылды, һыу һәм йылы менән тәьмин итеү ҡоролмалары һ.б. тулыһынса яңыртыла.

Район хакимиәте башлығы Илгиз Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә: “Ауыл халҡын берләштергән был йортта халыҡтың ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын тергеҙеү, һаҡлау, үҫтереү буйынса башҡорт милли мәҙәни үҙәге эшләй. Төрлө йүнәлештәр буйынса 12 клуб берләшмәһе булдырылған. “Асылыкүл ынйылары” исемле башҡорт халыҡ фольклор ансамбле ҡатнашлығында "Кәкүк сәйе", "Шәжәрә байрамы", "Туй йолалары", "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар", "Һабантуй" һ.б. байрамдар үткәрелә.

Мәҙәниәт усағын төҙөкләндереү – халыҡтың ялын яҡшыртыу, дәртен, күңелен үҫтереү ул. Күңеле бөтөн кешенең тормошо ла бөтөн була. Быны “Мәҙәниәт” милли проектының төбәк проекттарын бойомға ашырыусылар яҡшы аңлай.

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

 

Фото: https://rdkdavlekanovo.ru/filialy-rajona-doma-kultury/kuryatmasovskij-filial-mbu-rdk/

 

Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас: