Ил Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән "Мәҙәниәт" милли проектында (национальный проект "Культура") балалар белем алған музыка колледждары, училищелары, балалар музыка, сәнғәт мәктәптәренә лә ҙур иғтибар бүленә. Республикабыҙҙың кесе быуын вәкилдәре сәнғәт менән шөғөлләнгән бихисап мәктәптәр кәрәкле ҡорамалдар менән тәьмин ителеп килә. Милли проекттың “Мәҙәни мөхит” йүнәлешенә ярашлы быйыл республиканың 17 балалар сәнғәт мәктәбенә 87 миллион һум аҡса бүленгән.
Бына яңыраҡ Дыуан районы Мәсәғүт музыка мәктәбендә лә ҡыуаныслы ваҡиғалар булған. Бында инде күптән көтөлгән рояль килгән. Уны бөтә район менән көткәндәр, тиһәң, һис арттырыу булмаҫ, ни өсөн тигәндә, был музыка ҡоралы Дыуан районында беренсеһе бит.
Унан тыш, мәктәпкә дүрт пианино, биш баян, ике аккордеон, өс думбыра һатып алынған. Интерактив йыйылмалар, ноутбуктар, тауыш һәм акустика системалары, башҡа ҡорамалдар килә башлаған. Улар Иркутск, Мәскәү, Түбәнге Тагил, Чайковский ҡалаларынан алына.
– Бындай оло бүләктең йәш быуында музыкаға һөйөү тәрбиәләүҙә әһәмиәте бик ҙур. Балалар яңы музыка ҡоралдарында ихлас шөғөлләнә, педагогтар ҙа бик ҡәнәғәт, – ти мәктәп директоры Эллада Феденева.
Ошо көндәрҙә музыка мәктәбендә яңы роялде ғәмәлдә һынап ҡарап, концерт ойошторолған. Тамаша П.Чайковскийҙың фортепиано менән оркестр өсөн яҙылған 1-се концертын уйнап асылған. Был классик әҫәр быйыл бөтә донъяға ла йыш яңғыраны: Ҡышҡы Олимпия уйындарында еңеү яулаған Рәсәй спортсылары хөрмәтенә уны йыш уйнаттылар.
Фортепиано бүлеге уҡыусылары башҡорт, рус, сит ил композиторҙарының әҫәрҙәрен уйнап ишеттергән.
– Беренсе концерт уҡыусыларҙы ла, уҡытыусыларҙы ла ныҡ тулҡынландырһа ла, балалар бурысты бына тигән итеп атҡарып сыҡты, – ти фортепиано класы уҡытыусыһы Ольга Исаева.
“Мәҙәниәт” милли проектының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Ул тормошҡа ашырыла башлағаны бирле республикалағы мәҙәниәт өлкәһенә ҡағылышлы йүнәлештәр яҡшы үҙгәрештәр кисерҙе, халыҡтың да мәҙәни тормош менән ҡыҙыҡһыныуы күҙгә күренеп артты, тиһәң хата булмаҫ.
Милли проект 2024 йылға тиклем бойомға ашырыла. Ошо ваҡыт эсендә яңы музыка ҡоралдары һәм башҡа ҡорамалдар менән ике меңгә яҡын белем биреү учреждениеһы – музыка колледждары, училищелары һәм балалар сәнғәт мәктәптәре тулыландырыласаҡ.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: culture.bashkortostan.ru