“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Мораҡ үҙәк район дауаханаһы заманса һанлы флюорография аппараты алды. Ул Мәскәүҙә “С.П.ГЕЛПИК” йәмғиәте тарафынан етештерелгән. Ҡорамалды урынлаштырыр алдынан кабинетҡа санитария-гигиена талаптарына ярашлы капиталь ремонт үткәрелгән.
Флюорография – диагностиканың киң таралған ысулы, үпкә торошон тикшереү өсөн йылына бер тапҡыр үткәреү тәҡдим ителә. Әгәр патология табылһа, пациентты өҫтәмә тикшереүгә ебәрәсәктәр. Алынған һүрәттәр ярҙамында туберкулез, пневмония, онкология сирҙәре билдәләрен асыҡлайҙар.
“Һанлы флюорография – күкрәк ситлеге органдарын диагностикалауҙа инновацион ысул. Төп үҙенсәлеге – һанлы форматта теүәл һәм аныҡ һүрәт алыу, пациентҡа нур көсөргәнешен кәметеү. Яңы ҡорамал файҙаланыуҙа уңайлы, сәғәтенә 80-дән ашыу һүрәт эшләй ала. Рентген лаборанты һәм табип-рентгенологтың эш урыны автоматлаштырылған, - ти табип рентгенолог Зөлфиә Илғыуатова.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.
Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән, пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: BashNews