Башҡортостан
+10 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Апрель 2022, 13:15

“Витязь” компанияһына ҡунаҡ килде

Уҙған быуаттың 80-се йылдарында уҡ ул заводтан газ ҡаҙандарын даими һатып алған.

“Витязь” компанияһына ҡунаҡ килде
“Витязь” компанияһына ҡунаҡ килде

Ишембай районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) һәм “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” (национальный проект “Производительность труда”) милли проекттарын ғәмәлгә ашырыу нигеҙендә генераль директор Шамил Шәрипов етәкселегендәге "Газпром трансгаз Өфө" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте делегацияһы “Витязь” машиналар эшләү компанияһында булды. “Газпром” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең бүлендек компанияһы – предприятиеның күптәнге партнеры. Уҙған быуаттың 80-се йылдарында уҡ ул заводтан гусеницалы машиналар ғына түгел, газ ҡаҙандары ла һатып алған.

Ҡунаҡтар предприятиеның бер нисә цехында булды, ҡорамалдар һәм етештереү процестары менән танышты. “Витязь” компанияһының генераль директоры Ирек Арыҫланов менән артабанғы хеҙмәттәшлек йүнәлештәре буйынса фекер алышты. Атап әйткәндә, предприятиела “Газпром трансгаз Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә ҡулланылған сит ил техникаһы өсөн запас частар әҙерләүгә заказдар урынлаштырыу мөмкинлеге тикшерелде. Делегация ағзалары шулай уҡ завод музейында булды, ДТ-10ПМ-ды һынауҙа ҡатнаштылар.

Партнерҙар компанияның продукцияһын юғары баһаланы һәм Өфөлә үтәсәк вездеход техникаһы күргәҙмәһендә ике звенолы машиналарҙы, шул иҫәптән ДТ-3ПМ-ды күрһәтергә тәҡдим итте. Сарала “Газпром” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең барлыҡ ҡаҙаныштары күрһәтелә, ә был, һис шикһеҙ, хеҙмәттәшлек өсөн яңы мөмкинлек асасаҡ.

 #ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/248355

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/248355

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас в