Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Апрель 2022, 18:45

Дәүләт ярҙамы сараларынан нисек файҙаланырға?

Сарала Туймазы, Баҡалы, Бәләбәй, Йәрмәкәй, Шаран районы вәкилдәре ҡатнашты.

Дәүләт ярҙамы сараларынан нисек файҙаланырға?
Дәүләт ярҙамы сараларынан нисек файҙаланырға?

Туймазы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) нигеҙендә ошо көндәрҙә Серафимовка ауылында ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарына дәүләт ярҙамы сараларынан файҙаланыу буйынса зона семинары уҙғарылды.

Унда Туймазы, Баҡалы, Бәләбәй, Йәрмәкәй, Шаран районы вәкилдәре ҡатнашты. Семинарҙың спикеры – Башҡортостандың Ауыл хужалығы консультациялары үҙәге директоры Ирек Сакаев.

Сарала ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарының иҡтисади нигеҙҙәре, фермерҙарға һәм ауыл хужалығы кооперацияһына ярҙам, хужалыҡ-ара бәйләнештәрҙең һөҙөмтәле алымдары тураһында фекер алыштылар. Туймазы районының Ветеринария станцияһы етәксеһе Илгиз Насибуллин ауыл хужалығы продукцияһына ветеринария талаптары хаҡында һөйләне.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: tuimazy.bashkortostan.ru/presscenter/news/448223

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/249233

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: