Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Апрель 2022, 21:15

Мәктәптәр һәм балалар баҡсалары төҙөлөшө туҡтамаясаҡ

Быйыл Башҡортостанда 500 урынлыҡ өс балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Шулай уҡ мәктәптәр төҙөү һәм булғандарын яңыртыу эше лә дауам итә.

Мәктәптәр һәм балалар баҡсалары төҙөлөшө туҡтамаясаҡ
Мәктәптәр һәм балалар баҡсалары төҙөлөшө туҡтамаясаҡ

Башҡортостанда социаль әһәмиәтле объекттар планға ярашлы төҙөлә. Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы мәғлүмәттәренә яралы, 2021 йылда ошондай 16 объект төҙөлгән. 1100 яңы уҡыу урыны булдырылған, шулай уҡ балалар баҡсаларында – 1140 урын.

"Беҙ 2021 йылда өлгәшелгән төҙөлөш темпын һаҡларға, милли проекттарҙың һәм дәүләт программаларының маҡсаттарын үтәргә ынтылабыҙ. Төҙөлөш башланған һәм сафҡа индерелгән объекттарҙы финанслау һаҡланып ҡала”, - тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.

Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы мәғлүмәте буйынса, 2022 йылда республикала 500 урынлыҡ өс балалар баҡсаһын файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана: Өфөләге Кузнецов Затоны биҫтәһендә, Ҡырмыҫҡалы районының Ҡабаҡ ауылында һәм Салауат районының Янғантау ауылында.

Республикала мәктәптәр төҙөү һәм капиталь ремонтлау дауам итә. 2022-2026 йылдарҙа Башҡортостанда дөйөм белем биреү ойошмаларын капиталь ремонтлау һәм йыһазландырыу буйынса федераль программа тормошҡа ашырыла. Уға республиканың 365 мәктәбе ингән. 2022 һәм 2023 йылдарҙа ғаризаға 40 муниципаль берәмектең 103 бинаһы индерелгән. 2022 йылда республикаға төбәк проекттарын тормошҡа ашырыу барышында килеп тыуған сығымдарҙы ҡаплау өсөн федераль бюджеттан 2,940 млрд һум субсидия бүленгән. 2023 йылда субсидияларҙың суммаһы 1,143 миллиард һум тәшкил итәсәк. Шулай уҡ Башҡортостан был программа буйынса 2023 йылға өҫтәмә объекттар һайлап алыуҙа ҡатнаша, икенсе этап ғаризаһына 95 мәктәп бинаһы индерелгән.

Шулай итеп, ике йылда дөйөм суммаһы 9,982 миллиард һумлыҡ 198 мәктәп бинаһын яңыртыу күҙаллана (федераль бюджеттан 8,385 миллиард һум һәм республика ҡаҙнаһынан 1,597 миллиард һум).

Мәктәп биналарында ремонт эштәренең беренсе этабы башланған да инде. Комплекслы капиталь ремонт үткәреүҙең өҫтөнлөгө шунда: ул эштәрҙең бөтә төп төрҙәренә ҡағыла. Һөҙөмтәлә мәктәп ремонтлана һәм кәрәкле йыһаздар менән тәьмин ителә. Республикала пилот проекты формаһында бындай тәжрибә 2020 йылда бюджет аҡсаһы иҫәбенә тормошҡа ашырылған: ул саҡта һигеҙ мәктәп бинаһы ремонтланған. Ике йылда республикаға 198 объектҡа 8,385 миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп итеү көтөлә. 

Дөйөм алғанда, Рәсәй буйынса белем биреү учреждениелары, мәктәптәр һәм балалар баҡсалары төҙөү һәм ремонтлау графикка ярашлы бара. Санкцияларға ҡарамаҫтан, средстволар тулы күләмдә бүленгән, төҙөлөш материалдарына һәм ҡорамалдарға ҡытлыҡ юҡ.

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова 2025 йылға Рәсәйҙә кәмендә 1300 мәктәп төҙөлөргә тейеш тип билдәләне. Бөгөнгө көнгә 664 мәктәп үҙ ишектәрен асты ла инде. 2022 йылдың аҙағына тиклем 204 мең урынлыҡ тағы 284 белем усағы асыу ҡаралған. Был мәктәптәрҙә өсөнсө сменаны тулыһынса бөтөрөргә мөмкинлек бирәсәк.

"2022 йылдың февралендә төбәктәргә ярҙам күрһәтеү маҡсатында мәғариф системаһы объекттарына өҫтәмә рәүештә 19,2 миллиард һум бүленде. 2022 - 2024 йылдарға, дөйөм алғанда, федераль бюджетта 43,8 миллиард һум ҡаралған. Яҡын арала 2,2 миллиард һум тәүге 40 мәктәп буйынса сығымдарҙы ҡаплау өсөн төбәктәргә йүнәлтелә”, - тип билдәләне Татьяна Голикова.

Был башланғыстар ил Президенты В.В. Путиндың май указдары тарафынан раҫланған "Мәғариф" милли проекты (национальный проект "Образование") ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыу сараһы ла булып тора. 

Фото: gtrk.tv

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: