Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡалала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы төп юл эштәре башланды. Ошо көндәрҙә подряд ойошмаһы Кочетов урамындағы юлды төҙөкләндереүгә тотондо. Шулай уҡ Профсоюз һәм Гоголь урамдарында ла эш ҡайнай.
“Милли проекттың төп маҡсаты – ҡала юлдарының сифатын яҡшыртыу һәм фажиғәләрҙе кәметеү. Милли проектҡа ярашлы быйыл 15 юлды ремонтлайбыҙ. Ҡайһы бер объекттарҙа подряд ойошмалары эшкә тотондо ла инде: асфальтың өҫкө ҡатламын ҡырып ала, иҫке бордюрҙарҙы һүтә. Артабан тигеҙләгән ергә яңы асфальт түшәйҙәр. Килешеү буйынса эш 31 июлгә тиклем тулыһынса тамамланырға тейеш”, – тине төҙөлөш бүлеге етәксеһе Марат Кинйәбаев.
Стәрлетамаҡ юл-төҙөлөш идаралығы начальнигы Марат Исҡужин әйтеүенсә, Кочетов урамын төҙөкләндереү эштәрен ваҡытынан алда – май аҙағына тиклем тамамларға ниәтләйҙәр. Әйткәндәй, һәр объект буйынса гарантия ваҡыты билдәләнгән. Шул осорҙа етешһеҙлектәр асыҡланһа, төҙөүсе уларҙы үҙенең иҫәбенә төҙәтә. Быйыл дөйөм оҙонлоғо 11 километрҙан ашыу 15 юл тәртипкә килтерелә.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: sterlitamakadm.ru/news
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/248907