Башҡортостан Хөкүмәте санкция шарттарында иҡтисадҡа ярҙам сараларының беренсе пакетын әҙерләне, уның күләме 55 миллиард һум тәшкил итә, шул иҫәптән республикала экспортҡа һәм импортҡа ярҙам итеүгә йүнәлтелгән ҙур саралар ҡаралған.
Уға ярашлы, кәңәш ярҙамынан алып, кәрәкле инфраструктураны булдырыу һәм финанс ярҙам саралары бүлеү тәү сиратта ғәмәлгә ашырыласаҡ.
– Ғәмәлдә булған сараларҙы киңәйтеү һәм яңыларын өҫтәү буйынса ҡарар ҡабул ителде. Быйыл тауарҙы ташыуға бәйле сығымдарҙың өлөшөн ҡаплауға субсидия бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ғына түгел, ә республикалағы системаны булдырыусылар исемлегенә ингән эре предприятиеларға ла күрһәтеләсәк. Шул уҡ ваҡытта бер предприятиеға бирелгән субсидия күләме туғыҙ миллион һумға тиклем арттырылды. Ярҙам сараһы экспорт контролен башҡарыу буйынса штраф санкцияларын ҡаплауға ла ҡағыла.
Быйыл республиканың импорт йүнәлешендә эшләгәндәргә лә ярҙам күрһәтеләсәк. Сеймал, запас частар һәм ҡорамалдар алыуға сығымдарҙың өлөшө, импорт тауарҙарын ташыуға бәйле сығымдар, шулай уҡ инвестпроектты һәм етештереүҙе ғәмәлгә ашырыу өсөн кәрәкле сеймал, запас частар һәм ҡорамалдар эҙләү буйынса консалтинг агентлыҡтарҙың хеҙмәтен түләгәндә киткән сығымдар ҡапланасаҡ, – тине Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
Бынан тыш Рәсәйҙең диңгеҙ порттарында һәм унан ситтәге логистик урындарҙа һаҡланған йөктө һаҡлауға киткән сығымдарҙы ҡаплау буйынса сара ҡаралған.
Башҡарылған контракттың 30 проценты күләмен “Экспорт кэшбегы” субсидияһын грант итеп биреү тергеҙелгән, әммә ул бер предприятиеға өс миллион һумдан артмай һәм яңы илдәр баҙарын яулаған йәки экспортҡа яңы тауар сығарған осраҡта бирелә.
Предприятиеларға яңы баҙарҙарға күскәндә халыҡ-ара сертификаттар алыу мәсьәләһе киҫкен торҙо, ошоға бәйле халыҡ-ара сертификация өсөн сығымдарҙың 80 проценты ҡаплана, әммә ул бер предприятиеға ике миллион һумдан артмай. Предприятиеларға яңы баҙарға сығыу өсөн Ҡытай һәм Үзбәкстан республикаларында вәкиллектәр асыу мәсьәләһе ҡарала. “Ашығыс экспорт ярҙамы”, “Башҡортостанда эшләнгән” проекттары дауам ителәсәк.
Финанс һәм финанс булмаған ярҙам сараларын күрһәтеү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) ғәмәлгә ашыуға булышлыҡ итәсәк.
Фото: Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм экспорт министрлығы сайтынан.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан