Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Апрель 2022, 11:30

Уҡыусылар ашнаҡсы һөнәре менән таныша

Башҡортостандың белем усаҡтарында “Мәктәптә шеф” проекты тормошҡа ашырыла. 

Уҡыусылар ашнаҡсы һөнәре менән таныша
Уҡыусылар ашнаҡсы һөнәре менән таныша

22 апрелдә Өфөнөң Дим районында урынлашҡан 2-се “СМАРТ” республика полилингваль күп профилле гимназияһында сәләмәт туҡланыу, шулай уҡ милли аш-һыу тураһында шеф-ашнаҡсылар һәм диетологтар ҡатнашлығында 7-8-се класс уҡыусылары өсөн лекциялар һәм оҫталыҡ дәрестәре ойошторола.

“Рәсәй уҡыусылары хәрәкәте” дөйөм Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр ойошмаһы Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы, Кулинарҙар, рестораторҙар һәм отельерҙар ассоциацияһы менән берлектә республикала “Мәктәптә шеф” проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә “Бөтә Рәсәй ашнаҡсы менән көнө” акцияһын үткәрә.

Проекттың маҡсаты – белем биреү ойошмаларында туҡланыу менюһын үҙгәртеп ҡороу концепцияһын әҙерләү, уҡыусылар араһында сәләмәт һәм сифатлы туҡланыу зарурлығын пропагандалау.

Акция сиктәрендә Өфө мәктәптәренең өлкән класс уҡыусылары республиканың билдәле ашнаҡсылары менән осрашасаҡ, ашнаҡсы, икмәк бешереүсе, кондитер һөнәрҙәре тураһында күберәк мәғлүмәт аласаҡ, сәләмәт туҡланыу темаһына арналған оҫталыҡ дәрестәрендә, лекторийҙарҙа ҡатнашасаҡ.

Ошондай уҡ сара 25 апрелдә баш ҡаланың 136-сы лицейында ла үтәсәк. Уның барышында 8-9-сы класс уҡыусылары өсөн тәмле һәм файҙалы аш-һыу әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторола.

Бындай саралар ил Президенты В.В. Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә.

Фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығы.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: