Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Апрель 2022, 15:15

Ярҙам саралары булдырылды

Сикләүҙәрҙе иҫәпкә алып, элекке совет республикалары, Көнсығыш Азия, Яҡын Көнсығыш, Африка һәм Индия кеүек илдәр йүнәлешендә эшләргә кәрәк, ти белгестәр

Ярҙам саралары булдырылды
Ярҙам саралары булдырылды

Башҡортостан экспортсыларына финанс һәм башҡа ярҙам саралары булдырыу буйынса семинарҙа республиканың тышҡы иҡтисади һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева экспортҡа эшләгән предприятиеларға ярҙам итеү саралары менән таныштырҙы.

Ошо маҡсатта экспортсыларға тауарҙы ташыу менән бәйле сығымдарҙың  өлөшөн ҡайтарыу, субсидия биреү, төбәктә етештерелгән тауарҙы экспортҡа һатыуға бәйле (халыҡ-ара сертификация) сығымдарға субсидия биреү, сит сеймалын һатып алыуға субсидия биреү, шулай уҡ  уҙаҡташтар эҙләүгә киткән консалтинг агентлыҡтар хеҙмәтен ҡаплауға ярҙам ҡаралған.

Министр “Импортты тәьмин итеү һәм импортты алыштырыу” үҙәге эшен дә билдәләп үтте, ул Башҡортостан предприятиеларының йәшәйешен тәьмин итеү өсөн тәҡдимдәрҙе йыя һәм анализлай.

– Беҙҙең өсөн һатыу баҙарын диверсификациялау өҫтөнлөклө булып тора. Башҡортостандан экспорт өсөн төп йүнәлештәр, сикләүҙәрҙе иҫәпкә алып, элекке совет республикалары, Көнсығыш Азия, Яҡын Көнсығыш, Африка һәм Индия кеүек илдәр, – тип билдәләне Маргарита Болычева.

Был баҙарҙарға инеү маҡсатында Экспортҡа ярҙам үҙәге йыл дауамында  урындарҙа 20 сара үткәрергә, маркетплейстар һәм В2В майҙансыҡтары аша ғәмәлдәге һатып алыусыларҙы табырға, онлайн бизнес-миссиялар ойошторорға һәм “Торгпред менән сәғәт” уҙғарырға йыйына.  

Башҡортостан экспортсыларына финанс һәм башҡа ярҙам саралары булдырыу Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итә.

Фото: Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм экспорт министрлығы сайтынан.  

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: