“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, былтыр Мәсәғүт лицейында стоматология кабинеты асылыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Апрель башында Бөтә донъя ауыҙ ҡыуышлығы сәләмәтлеге көнөнә арнап, лицейҙа тештәрҙе таҙартыу гигиенаһына ҡағылышлы һәм кариесты иҫкәртеү буйынса дәрестәр үтте.
Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһының теш табибы Миләүшә Нуруллина балаларға тештәрҙе нисек тәрбиәләү тураһында һөйләне. Ғүмер дауамында йылмайып йәшәр өсөн төп ҡағиҙә – ауыҙ ҡыуышлығы гигиенаһы ҡағиҙәләрен күҙәтеү. Уҡыусылар тештәрҙең төҙөлөшө, уларҙы нисек яҡшыраҡ тәрбиәләү тураһында тулы мәғлүмәт алды. Теште ни тиклем яҡшыраҡ тәрбиәләйһең, шунса һаулығың да нығыраҡ буласаҡ. Тик был яҡшы ғәҙәткә балаларҙы иртәрәк ылыҡтырырға, сәләмәтлеккә иғтибарлы булырға өйрәтергә кәрәк. Ошо маҡсатта теш табиптарының мәктәптәргә сығып, уҡыусыларҙың сәләмәтлеген тикшереүе, санитария-гигиена мәсьәләләренә иғтибарҙы йүнәлтеүе яҡшы күренеш.
Апрель аҙаҡтарында “Толпар” күсмә стоматология комплексы табиптары Бәләбәй ҡалаһындағы балалар йорто һәм Йәрмәкәй, Бишбүләк райондарының социаль приюттарында тәрбиәләнеүселәрҙең һәр береһе менән ике көн буйына иҫкәртеү сараһы үткәрҙе, ҡырҡҡа яҡын баланың тештәрен тикшерҙе һәм дауаланы. Сәләмәтлек дәрестәре, ауыҙ ҡыуышлығы гигиенаһына муляждарҙа өйрәтеү бүләктәр үҫмерҙәргә бик оҡшаны, әлбиттә.
– Тештәр табиптан ҙур иғтибар, ваҡыт, теүәллек, юғары квалификация талап итә, – ти стоматология поликлиникаһының дауалау-хирургия бүлеге мөдире Наталья Абдуллина. – Шулай булыуына ҡарамаҫтан, беҙ тәрбиәләнеүселәрҙең һәр береһен яҡшылап ҡарарға һәм дауаларға өлгөрҙөк. Балалар комплексҡа ҙур ҡыҙыҡһыныу менән килде, һис тә ҡурҡып, тиҫкәреләнеп торманы, дауанан ҡәнәғәт ҡалды.
Республика стоматология поликлиникаһы белгестәренең Благовещен ҡалаһына эш сәфәре лә һөҙөмтәле булды. Райондағы стоматология хеҙмәте торошо тикшерелде, был тәңгәлдәге көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышыуҙың ике яҡ өсөн дә файҙалы булыуы бәхәс тыуҙырмай. Халыҡҡа стоматология ярҙамы сифатын яҡшыртыу, унан һәр кемдең файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу мөһимлеге билдәләнде.
Ғөмүмән, тештәрҙе дауалау мәсьәләһе ҡағылмаған кеше һирәктер. Был ғәмәл бала саҡта уҡ үҙенә иғтибарлы ҡараш талап итә. Ошо маҡсатта республикала “Юғарыға ос!” белем биреү проектының “Сәләмәт йылмайыу” модулен тормошҡа ашырыу барышында 68 мәктәптә стоматология кабинеты асылды. Ә 2022 йылда йәнә 12 яңы стоматология кабинеты эш башланы. “Толпар – беҙ йылмайыу илтәбеҙ” программаһы былтыр балаларҙың теш сирҙәрен иҫкәртеү буйынса иң яҡшы төбәк программаһы өсөн иғлан ителгән Бөтә Рәсәй конкурсында өсөнсө урынды яуланы. Быйыл дүрт ай эсендә табиптар тарафынан 404 бала ҡабул ителгән, шул иҫәптән 58 инвалид бала, 201 үҫмер – социаль приюттарҙан, 145 бала – коррекцион интернат-мәктәптәрҙән.
– Балаларҙың тештәре һау-сәләмәт булһын өсөн республикала байтаҡ эш башҡарыла. Был йәһәттән уңыштар ҙа бар. Башҡортостан аутизм тайпылыштары менән тыуған балаларға стоматология ярҙамы күрһәтеү буйынса Бөтә Рәсәй проектында ҡатнашыусыларҙың тәүге бишәүһе исемлегендә. Был проект Өфө ҡалаһының 3-сө балалар стоматология поликлиникаһында тормошҡа ашырыла, – тине поликлиниканың баш табибы Римма Ғәниева. – Беҙ балаларға стоматология ярҙамы күрһәткән белгестәр менән даими бәйләнештәбеҙ, ауыр диагностика һәм дауалау осраҡтарында консультация, оҫталыҡ дәрестәре, семинарҙар үткәрәбеҙ.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында ҙур бурыстар тора. Шуларҙың иң мөһиме – һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу. Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцияла мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.