Дүртөйлө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, урындағы йүнсел район хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә юл буйы сервисын үҫтереү проекты менән таныштырҙы. Әйткәндәй, “Эшҡыуарлыҡ сәғәт”тәре хакимиәттә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы даими уҙғарыла.
Әлеге сарала ҡатнашҡан эшҡыуар районға килгән ҡунаҡтарҙың һәм юлсыларҙың уңайлы ялы өсөн ҡунаҡ йорттары төҙөргә ниәтләй.
“2019 йылдан беҙҙең ресто-бар эшләй. Иркен ике зал төҙөнөк, әле өсөнсөһөн ремонтлайбыҙ. Унда банкет һәм караоке залдарын, бильярд зонаһын асабыҙ. Шунда уҡ туристар ял итһен өсөн душы, бәҙрәфе, мунсаһы, бассейны булған глэмпингтар ҙа ойошторабыҙ. Был биләмәне айырым ҡойма менән уратып алабыҙ", – тине йүнсел.
Район башлығы хакимиәттең тейешле структураларына проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтергә ҡушты.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: durtuli.bashkortostan.ru/presscenter/news/448923/
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/249583