

Нуриман районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә районда, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына (национальный проект “Жилье и городская среда”) ярашлы, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға фатир асҡысы тапшырылды. Ике кеше торлаҡлы булды.
Һәр кеше өсөн өй туйлау, һис шикһеҙ, шатлыҡлы ваҡиға. Етмәһә, әлеге фатирҙы йәштәр түҙемһеҙлек менән көттө.
– Торлаҡ тормошобоҙҙа күп нәмәне билдәләй. Ул ғаиләлә һәм эштә тотороҡлоҡто тәьмин итә. Кеше үҙенең тыуған ерендә бәхетле булһа, ниңә ниңә уны ситтән эҙләһен? Әлеге ваҡиға һеҙгә уңышлы килсәкккә нигеҙ һалыр, тип ышанам, – тине район хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиҡов тантанала.
Нуриман районында йыл аҙағына тиклем махсус яллау килешеүе буйынса етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға 12 торлаҡ биреү күҙаллана.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/249797
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/249797