Дәүләкән үҙәк район дауаханаһына яңы флюорография аппараты алынды. “Флюоро-Про-Граф-РП” тип аталған яңы һанлы ҡорамал скрининг тикшеренеүҙәрен үткәрергә, сифатлы рентген һүрәттәрен алырға ярҙам итә. Аппараттың хаҡы – 7 700 000 һум. Яңы ҡорамал “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы алынған.
– Ул иҫке аппаратты алмаштырасаҡ. Иртә стадияла тын алыу ағзалары сирҙәрен асыҡлауҙы арттырасаҡбыҙ. Ҡорамал урынлаштырылған һәм файҙаланыуға тапшырылған. Санитария-эпидемиологик һөҙөмтә алыуға заявка биргәнбеҙ. Оҙаҡламай пациенттарҙы ҡабул итәсәкбеҙ, – тине дауахананың баш табибы Айҙар Салауатов.
Яңы ҡорамалда табип-рентгенолог Айгөл Фәттәхова һәм рентген лаборанты Мария Корнилова эшләйәсәк.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.
Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцияла мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.