Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Апрель 2022, 17:45

39 эшҡыуар грантҡа дәғүә итеүгә лайыҡ тип табылды

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының конкурс комиссияһы "Агростартап" грантына дәғүә итеүселәрҙе һайлау эшен тамамланы.

39 эшҡыуар грантҡа дәғүә итеүгә лайыҡ тип табылды
39 эшҡыуар грантҡа дәғүә итеүгә лайыҡ тип табылды

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының конкурс комиссияһы "Агростартап" грантына дәғүә итеүселәрҙе һайлау эшен тамамланы. 200 кешенең 39-ы иң күп балл йыйып, грантҡа лайыҡ тип табылды. 

Грант ауыл хужалығының төрлө тармағын үҫтергән эш башлаған эшҡыуарҙарға бирелә. Сираттағы гранттарға ит һәм һөт етештереү, йылҡысылыҡ, йәшелсәселек һәм ҡортсолоҡта үҙҙәрен һынарға йөрьәт иткән эшҡыуарҙар лайыҡ булған.

"Республиканың агросәнәғәт комплексына бәләкәй эшҡыуарлыҡтың яңы субъекттары килә. Улар хужалыҡтарын артабан да үҫтерер, аҙыҡ-түлек етештереүҙе арттырыр, тип өмөтләнәбеҙ. Бының өсөн беҙҙә бөтә шарттар ҙа бар", – ти ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. 

Башҡортостанда "Агростартап" программаһы Рәсәй Президенты В.В. Путиндың 2018 йылдағы май указына ярашлы барлыҡҡа килгән "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ" милли проектына (национальный проект «Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы») ярашлы эшләй башлағайны. 2019-2021 йылдарҙа программа ярҙамында республикала 232 яңы фермер хужалығы асылған. Быйылға республикала программа буйынса дәүләт ярҙамына 125,4 миллион һум аҡса һалынған. 

Шуны ла әйтеп китергә кәрәк: ит, һөт етештерер өсөн эре мал тотоуға – биш миллионға, башҡа йүнәлешкә өс миллионға ҡәҙәр грант алырға мөмкин. Төп шарт – ярҙам алыуға дәғүә итеүсе сығымдарҙың бер ни тиклеменә – 10 проценттан кәм булмағанына – үҙ өлөшөн индерергә бурыслы.
 
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото pravitelstvorb.ru

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: