Музыка ҡоралдары Рәсәй Президенты В.В. Путиндың 2018 йылдағы май указына ярашлы барлыҡҡа килгән "Мәҙәниәт" милли проекты (национальный проект "Культура") ярҙамында алынған.
Сәнғәт мәктәбе ҙур һәм бәләкәй барабанға, студент ксилофонына һәм "Н. Рубинштейн" маркалы пианиноға эйә булған.
Күптән түгел балалар йыйылған тамашасыларға яңы ҡоралдарҙа уйнап та күрһәткән.
Балалар сәнғәт мәктәбе оркестры, күптән түгел генә шөғөлләнә башлауҙарына ҡарамаҫтан, район халҡын сығыштары менән ҡыуандыра ла инде. Ҡыҙҙарҙың ксилофонда уйнағаны ла ҡунаҡтар күңеленә хуш килгән. Концерттың иң тулҡынландырғыс өлөшө, моғайын, йәш ижадсыларҙың пианинола уйнап күрһәтеүе булғандыр.
"Быйылғы уҡыу йылы беҙҙең тормошобоҙға күп шатлыҡ өҫтәне, – ти сәнғәт мәктәбе директоры Айгөл Бәхтийәрова. – Шуларҙың береһе – фондыбыҙҙың яңы музыка ҡоралдары менән тулыланыуы. Тимәк, мәктәбебеҙ артабан да үҫешәсәк, яңы еңеүҙәргә өлгәшә торған талантлы балаларҙы асасаҡ".
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото, мәғлүмәт: Бишбүләк районы хакимиәте.