Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Апрель 2022, 17:30

"Йәшел Башҡортостан" акцияһы башланды

Бөгөн тотош республикала дөйөм өмә һәм ағас ултыртыу буйынса "Йәшел Башҡортостан" акцияһы үтте.

"Йәшел Башҡортостан" акцияһы башланды
"Йәшел Башҡортостан" акцияһы башланды

Был сараларҙың маҡсаты – экология мәсьәләләренә иғтибар йүнәлтеү, ауыл-ҡасаба-ҡалалар биләмәһен йәшелләндереү, күркәм итеү, экологик хәлде яҡшыртыу.

Тирә-яҡ мөхиткә битараф булмаған һәр кем бөгөн эш уртаһында ҡайнаны: олоһо ла, кесеһе лә, араларында уҡыусылар, студенттар, ирекмәндәр, тотош коллективтар, етәкселәр булды. Район-ҡалаларҙың рәсми сайттарында, социаль селтәрҙәрҙә акциялар үтә торған урындар күрһәтелгән мәғлүмәт ҡуйылды. Уларҙа, тәбиғи, теләгән бер кеше ҡатнаша алды.

"Йәшел Башҡортостан" бөгөн генә лә 85 меңләп ағас үҫентеһе, ҡыуаҡтар ултыртырға форсат бирҙе. Акцияла 233 мең 490 кеше ҡатнашты.

"Йәшел Башҡортостан" экологик сара ғына түгел, ул инде төрлө кешене берләштергән байрамға ла әүерелеп китте", – ти республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев.

Башҡортостандың бер нисә ҡала-районында яңы аллеялар барлыҡҡа килде. Үҫентеләрҙе "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектының (национальный проект "Жилье и городская среда") "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" проектына, "Башҡорт ихаталары" программаһына ярашлы төҙөкләндерелгән йәмәғәт урындары һәм йорттар янында ултырттылар.

Республиканың ҡайһы бер тарафтарына ғына күҙ һалайыҡ.

Салауат ҡалаһында Янғын һүндереү командаһы Беренсе Май урамында 15 миләш үҫентеһе ултыртҡан. Эш янында йыр-моңға ла урын табылған: янғын һүндереүсләр импровизацияланған концерт ҡуйған.

Яңауыл ҡалаһында экологик марафон ике меңләп кешене йыйған. Биләмәләр сүп-сарҙан таҙартылған, күптән түгел төҙөлгән "Башаҡ" биҫтәһендә бихисап ағас ултыртылған.

Күмертау ҡалаһы 80 ағас үҫентеһенә байыған, ҡала урамдары таҙарып ҡалған.

Сибайҙағы "Йәшел Башҡортостан" акцияһында шул тарафтарға яҡын райондарҙың етәкселәре лә ҡатнашҡан. Улар йолаға әүерелгән спартакиадала ҡатнашырға килеп, бер ыңғайҙан маҡтаулы эшкә лә өлөш индергән. Бынан тыш, ҡаланың табиптары, шәфҡәт туташтары ла ситтә ҡалмаған. Яңы асылған ковид госпитале эргәһенә 60 шыршы ултыртылып, скверға "Сәләмәтлек" исеме бирергә хәл ителгән.

Стәрлетамаҡта акцияла 43 мең ҡала халҡы ҡатнашҡан. Улар өйҙәр эргәһендә, дөйөм ҡала биләмәләрендә ағас үҫентеләре ултыртҡан. Йәмғеһе 10 тематик аллея асылған. Ҡаланы йәшелләндерер өсөн 7210 ағас үҫентеһе ултыртылған. Әйткәндәй, ҡала етәксеһе Рөстәм Ғәзизов социаль сәхифәһендә акция хаҡында йылы яҙма менән уртаҡлашып, матур фотолар ҡуйҙы. "Иң йәш ҡатнашыусыға – өс, ә иң өлкәненә 95 йәш, – тип бүлеште ул. – Улар – төрлө һөнәр эйәләре: эшселәр, муниципаль хеҙмәткәрҙәр, эшҡыуарҙар, студенттар, блогерҙар, уҡытыусылар. Барыһын да уртаҡ маҡсат берләштерҙе – яратҡан ҡаланы йәмлерәк итеү".

Ҡалтасы районының Еңеү паркына муйыл ағастары ултыртылған. Ул йәшлекте, тормошҡа һөйөүҙе кәүҙәләндерә, күңелгә шатлыҡ хисе өҫтәй.

Краснокама районында 26 меңдән ашыу кеше акцияла ҡатнашҡан. Ултыртылған 500 ағас-ҡыуаҡ араһында ҡарағай ҙа, шыршы ла, ҡайын да, миләш тә, сейә һәм гөлйемеш тә бар.

Кушнаренко районының В. Паширов исемендәге паркында «Докторҙар аллеяһы»на 12 йүкә ағасы ултыртылған. Ул райондың 12 абруйлы медицина хеҙмәткәре хөрмәтенә шулай аталған.

Стәрлетамаҡ районындағы акцияла Сухоруков урамындағы "Йәштәр аллеяһы"на оҙаҡламай ҡарағайҙар йәм өҫтәп торор.

"Йәшел Башҡортостан" йылына ике тапҡыр үткәрелә. Яҙғы этап бөгөн башланды, ул 10 майға хәтлем дауам итә. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, таҙартыу, күркәмләндереүгә йүнәлтелгән был акция РФ Президенты В.В. Путиндың 2018 йылдың майындағы указына ярашлы тормошҡа ашырыла башлаған "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектының "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" йүнәлешенә ярашлы ла башҡарыла һәм уның маҡсаттарын бойомға ашырыуға булышлыҡ итә.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сығанаҡ, фото: vk.com/wall679590300_5942, Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы.

"Йәшел Башҡортостан" акцияһы башланды
"Йәшел Башҡортостан" акцияһы башланды
"Йәшел Башҡортостан" акцияһы башланды
"Йәшел Башҡортостан" акцияһы башланды
"Йәшел Башҡортостан" акцияһы башланды
"Йәшел Башҡортостан" акцияһы башланды
"Йәшел Башҡортостан" акцияһы башланды
"Йәшел Башҡортостан" акцияһы башланды
"Йәшел Башҡортостан" акцияһы башланды
"Йәшел Башҡортостан" акцияһы башланды
"Йәшел Башҡортостан" акцияһы башланды
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: