

Федераль юлдарҙа юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыуға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теркәгән фото- һәм видео теркәү комплекстарын тағы ла 155 берәмеккә арттырыу һөҙөмтәһендә өлгәшелгән. Комплекслы ҡараш, төбәк Хөкүмәте һәм ЮХХДИ органдары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек аварияларҙы кәметеүгә булышлыҡ итә.
– Беҙҙең маҡсат – ҡағиҙә боҙоусыларға барлыҡ ысулдар менән штраф һалыу түгел, ә тәртипһеҙлектәрҙең бөтөнләй булмауы. Был юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар именлегендә асыҡ күренә, улар ҡыумаһындар, ә тиҙлек режимын күҙәтһендәр, бараһы еренә иҫән-һау барып етһендәр. Шуға ла беҙ был камераларҙы йәшермәйбеҙ, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Әлеге көндә федераль трассаларҙа стационар камералар һаны 210 берәмек, уға яңы урынлаштырылған 155 камера ла инә. Улар М-5 – 64, М-7 – 48, Р-240 – 43 трассаларында урынлаштырылған.
– Сараның тәү маҡсаты – хәүефһеҙлекте тәьмин итеү һәм юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың ғүмерен һаҡлау. 2021 йылдың тәүге кварталы менән сағыштырғанда, быйыл ҙур юл-транспорт ваҡиғалары булманы. Шулай уҡ ауыр эҙемтәләр ҙә кәмене, быны һәләк булыусыларҙың һаны кәмеүе дәлилләй: уҙған йылдың өс айы менән сығыштырғанда – 23-кә кәм (2021 йылдың беренсе кварталында – 31, 2022 йылдың беренсе кварталында – һигеҙ), – тип билдәләне “Приуралье” юлдар идаралығы начальнигы урынбаҫары Денис Абрамов.
Федераль юлдарҙа хәүефһеҙлек кимәлен арттырыуға йүнәлтелгән эш даими алып барыла. Күрелгән саралар: яһалма яҡтыртыу ҡорамалдарын урынлаштырыу, кәртә ҡоймалары ҡуйыу, йәйәүлеләр үткәүелдәрен төҙөкләндереү, юл хәрәкәтен ойоштороуҙа техник сараларҙы яңыртыу һәм тамғалар һалыу.
Әйтергә кәрәк, күрелгән барлыҡ саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектын (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итә.
Фото: Башҡортостандың юл хужалығы идаралығынан.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан