Асҡын районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә Асҡын ауылының "Йәшлек" паркына 50 тирәк үҫентеһе ултыртылды. Сара “Йәшел Башҡортостан” акцияһы нигеҙендә ойошторолдо.
Аллеяны ултыртыуҙа район хакимиәте башлығы Динис Йосопов, республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Рөстәм Ғизәтуллин, район хакимиәте, “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексы хеҙмәткәрҙәре, Эске эштәр министрлығы ветерандары ҡатнашты.
– Бөгөн бөтә республикала “Йәшел Башҡортостан” акцияһы башланды. Ул төбәк территорияһын йәшелләндереүгә йүнәлтелә, – тине Динис Рәдис улы, өмәлә ҡатнашыусыларҙы сәләмләп. – Яңы аллея яратҡан паркыбыҙҙың “йөҙөк ҡашы”на әүерелер. Әйткәндәй, “Йәшлек” паркы әкренләп йәшелләндерелә. Йыл һайын бында йәш ағастар ултыртабыҙ.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проекты (национальный проект “Экология”) сиктәрендә үткәрелгән “Йәшел Башҡортостан” акцияһында райондан 300-гә яҡын кеше ҡатнашты. Май айында Асҡын районында дүрт меңгә яҡын ағас үҫентеһе, шул иҫәптән бер мең ҙур ағас ултыртыла.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: askino.bashkortostan.ru/presscenter/news/449389/
Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)