Башҡортостан
-10 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Апрель , 09:30

Дәғүәселәр араһында ҡыйғылар ҙа бар

Дәүләт ярҙамының дөйөм күләме 125,4 миллион һумдан ашыу тәшкил итә.

Дәғүәселәр араһында ҡыйғылар ҙа бар
Дәғүәселәр араһында ҡыйғылар ҙа бар

Башҡортостанда “Агростартап” программаһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы тормошҡа ашырыла. Ул яңы эш башлаған фермерҙарға булышлыҡ күрһәтеүгә һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы ауыл хужалығына йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. 2019 – 2021 йылдарҙа “Агростартап” программаһы нигеҙендә республикала 232 яңы фермер хужалығы ойошторолған.

Күптән түгел Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығында “Агростартап” гранттарына дәғүә итеүселәрҙе билдәләү буйынса конкурс комиссияһы үҙ эшен тамамланы. 200 дәғүәсенән иң күп балл йыйған 39 кеше һайлап алынды. Улар араһында Ҡыйғы районынан ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы үрсетеү проекты менән Нәжибә Хафизова һәм картуф үҫтереү проекты менән Мансур Ғәләүиев бар.

Быйыл төбәктә “Агростартап” программаһы буйынса дәүләт ярҙамының дөйөм күләме 125,4 миллион һумдан ашыу тәшкил итәсәк.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/250272

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас в