Башҡортостан
-10 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Апрель , 10:30

“Рационализаторҙар марафоны” яңы миҙгелен асты

Уның маҡсаты – рационализаторлыҡ хәрәкәте үҫешенә яңы этәргес биреү.

“Рационализаторҙар марафоны” яңы миҙгелен асты
“Рационализаторҙар марафоны” яңы миҙгелен асты

Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 28 апрелдә “Рационализаторҙар марафоны” белем биреү проектының яңы миҙгеле башлана. Уны Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект “Производительность труда и содействие занятости”) нигеҙендә Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы менән берлектә Һөнәри оҫталыҡты үҫтереү агентлығы (Ворлдскиллс Рәсәй) үткәрә.

Марафон етештереүҙе рационалләштереү һәм технологик яҡшыртыу өлкәһендә онлайн-лекциялар, мәғариф сессиялары һәм дискуссиялар циклынан тора. Уның маҡсаты – хеҙмәт баҙарында ҡиммәттәрҙең нисбәтен үҙгәрткән ҡарарҙарҙы һәм алдынғы инновацияларҙы танытыу, һөҙөмтә булараҡ – рационализаторлыҡ хәрәкәте үҫешенә яңы этәргес биреү.

– Әле Башҡортостан предприятиеларына һәм, әлбиттә, иҡтисадына ғәҙәти булмаған идеяларға бай лидерҙар һәм рационализаторҙар бик кәрәк. “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашыусылар һәр ваҡыт иң яҡшы тәжрибәләрҙе ғәмәлгә индерергә һәм тәжрибә уртаҡлашырға тырыша, шуға күрә улар марафонда ҡатнашыуҙан үҫеш өсөн яңы этәргес алыр, тип ышанабыҙ, – тине иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.

Марафон саралары рационализаторлыҡ идеяларына ғына түгел, шулай уҡ рационализаторҙарҙың шәхси һәләтен үҫтереүгә, бизнестың тотороҡлоғон тәьмин итеүгә һәм баҙарҙың яңы кимәлгә сығыуына булышлыҡ итә.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: economy.bashkortostan.ru/presscenter/news/449151/

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас в