Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Апрель 2022, 11:30

“Реактор” йәштәрҙе күпләп йәлеп итә

Бында балалар нимә менән шөғөлләнергә кәрәклеген үҙҙәре һайлай.

“Реактор” йәштәрҙе күпләп йәлеп итә
“Реактор” йәштәрҙе күпләп йәлеп итә

Межгорье ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, күптән түгел Межгорье йәштәренең ҡала етәкселеге менән осрашыуынан һуң “Реактор” үҫмерҙәр клубы асылды. Объект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Һәр баланың уңышы” федераль проектына ярашлы барлыҡҡа килде. Ул ҡала йәштәрен күпләп йәлеп итеү урынына әүерелде. Бында балалар нимә менән шөғөлләнергә кәрәклеген үҙҙәре һайлай.

Әле клуб “Шәхси үҫеш”, “Журналистика” һәм “Финанс ғилеме” кеүек йүнәлештәр буйынса эшләй. Мәктәп уҡыусыларының энтузиазмын хуплау маҡсатында, ҡала хакимиәте мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге һәм уның ҡарамағындағы учреждениелар менән берлектә клубтың бинаһын ремонтланы, яңы йыһаз һәм аппаратура һатып алды.

Һәм бына әле ҡала хакимиәте вәкилдәре менән осрашыу тантанаһында балалар “Реактор”ҙың эшенән тәьҫораттары менән уртаҡлашты, уңыштары тураһында һөйләне.

“Беҙ “Йәш профессионалдар” милли чемпионаты финалына әҙерләнеүҙә һәм уны үткәреүҙә әүҙем ҡатнаштыҡ. Бының өсөн беҙгә рәхмәт хаттары тапшырҙылар. “Оҙон тәнәфес” бөтә Рәсәй конкурсының ярымфиналын уңышлы үттек, шулай уҡ “Мең йыллыҡ пионерҙары” төбәк-ара фестивалендә һәм “Рәсәй уҡыусылар хәрәкәте командаһы” форумында ҡатнаштыҡ", – тип һөйләне йәштәр.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/249462

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас в