Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Апрель 2022, 15:50

Һанлы платформаны файҙаланырға мөмкин

Төбәк лизинг компанияһы бер нисә льготалы лизинг программаһын ғәмәлгә ашыра.

Һанлы платформаны файҙаланырға мөмкин
Һанлы платформаны файҙаланырға мөмкин

Республикалағы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары Төбәк лизинг компанияһы хеҙмәттәренән ябай шарттарҙа файҙалана ала. МСП.РФ һанлы платформаһындағы махсус форма аша льготалы лизингка ғариза бирергә мөмкин. Анкетаның күп өлөшө автоматлаштырылған тәртиптә тултырыла.

Мәғлүм булыуынса, лизинг ярҙамы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы тормошҡа ашырыла.

– Башҡортостан Республикаһының Төбәк лизинг компанияһы бер нисә льготалы лизинг программаһын ғәмәлгә ашыра. Рәсәй ҡорамалдары өсөн йылына 6 процентлы һәм сит ил ҡорамалдары өсөн 8 процентлы ставка һаҡланған, лизинг 84 айға бирелә. Шул уҡ ваҡытта лизинг алыусылар ҡорамалдарҙы һәм тәьминәтселәрҙе үҙҙәре һайлай ала, – тине республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Әле бизнесты асыу һәм эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү өсөн 11 онлайн ярҙамсы сервистан файҙаланырға мөмкин. Йыл аҙағына тиклем уларҙың һанын 15-тән арттырыу күҙаллана.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: biznestur.bashkortostan.ru/presscenter/news/449454/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/250465

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: