Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Апрель , 09:30

Еңеүселәр араһында беҙҙең егеттәр ҙә бар

Башҡортостан уҡыусылары физик культура буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы призерҙары булып танылды. 

Еңеүселәр араһында беҙҙең егеттәр ҙә бар
Еңеүселәр араһында беҙҙең егеттәр ҙә бар

16-21 апрелдә Екатеринбург ҡалаһында Рәсәйҙең элекке Президенты Б.Н. Ельцин исемендәге Урал федераль университеты базаһында мәктәп уҡыусыларының физик культура буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабы үтте. Сараны Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығы ойошторҙо.

Конкурста ҡатнашыусыларға ике төр ярышта еңеп сығырға кәрәк ине, йәғни теория буйынса белемде һәм ғәмәли турҙа сыҙамлылыҡты һәм яҡшы физик әҙерлекте күрһәтеү бурысы торҙо.

Ике тур һөҙөмтәһе буйынса Башҡортостан Республикаһынан өс 11-се класс уҡыусыһы призер исеменә лайыҡ булды. Улар – Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейы уҡыусыһы Ибраһим А., 1-се Республика полилингваль күп профилле гимназияһы уҡыусыһы Оскар Х. һәм Мәләүез районының 1-се гимназияһы уҡыусыһы Кирилл Г.

Белеүебеҙсә, Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының йомғаҡлау этабында еңеүселәргә һәм призерҙарға Башҡортостан Республикаһы Башлығы премияһы, шулай уҡ предмет профиле буйынса илдең юғары белем биреү йорттарына имтихандарһыҙ уҡырға инеү мөмкинлеге бирелә. Был спортсы егеттәр ҙә ошондай өҫтөнлөктәргә эйә булды.

Йәш быуынды сәләмәт тормошҡа һәм спортҡа ылыҡтырыу ил Президенты В.В. Путиндың май указы тарафынан раҫланған “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) ҡуйған бурыстарҙы ла тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығы. 

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас в