Дүртөйлө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яҡшы йола буйынса, районда уҙған йомала Таҙалыҡ көнө булды, ә шәмбе Бөтә Рәсәй экологик өмә һәм “Йәшел Башҡортостан” акцияһы билдәһе аҫтында үтте. Мәғлүм булыуынса, экологик хәлде яҡшыртыу халыҡтың һаулығына ыңғай йоғонто яһау Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының (национальный проект “Экология”) төп маҡсаты булып тора.
Коммуналь хеҙмәттәр юлдарҙы сүп-сарҙан таҙартты, предприятиелар һәм ойошмалар, социаль өлкә учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр, студенттар һәм уҡыусылар үҙҙәренә беркетелгән йәмәғәт биләмәләрен тәртипкә килтерҙе.
“Таҙалыҡ, бөхтәлек – ул беҙҙең йөҙөбөҙ, шуға күрә өмәләрҙә әүҙем ҡатнашырға тырышабыҙ. Рәсми булмаған шарттарҙа, яҡты яҙ көнөндә саф һауала аралашыу күңелде күтәрә. Уртаҡ тырышлыҡ һөҙөмтәһендә күркәм төҫ алған биләмәләргә ҡарап нисек ҡыуанмайһың?!” – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты өмәлә ҡатнашыусылар.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: durtuli.bashkortostan.ru/presscenter/news/449457/
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/250430