Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Апрель 2022, 14:45

Мәктәп ихаталарында дәүләт флагтары елберләне

Бөгөн республиканың дүрт полилингваль гимназияһында уҡыу аҙнаһы бик үҙенсәлекле башланды. 

Мәктәп ихаталарында дәүләт флагтары елберләне
Мәктәп ихаталарында дәүләт флагтары елберләне

Улар тәүге тапҡыр Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт символдарын күтәреүҙән башланды. Башҡортостан Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцовтың уҡыу аҙнаһын флаг күтәреүҙән башларға саҡырыуын беренсе булып ҡабул итте. 11 майҙан бындай тантананы аҙна һайын республиканың бөтә белем биреү йорттарында уҙғара башлаясаҡтар. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күрһәтмәһендә лә әйтелде.

Бөгөн Өфөнөң Дим районындағы 2-се “СМАРТ” республика полилингваль күп профилле гимназияһында ла уҡыу аҙнаһы бына ошо иҫтәлекле, тантаналы ваҡиға менән башланып китте. Унда республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин ҡатнашты.

Рәсәйҙең дәүләт флагын күтәреү хоҡуғы Шайморатов исемендәге 8-се класс уҡыусыһы Данил Сабирйәновҡа ышанып тапшырылған.  Данил “бишле” һәм “дүртле”гә уҡый, дзюдо һәм йөҙөү менән шөғөлләнә, нефтсе булырға хыяллана. Ә Башҡортостан флагын тағы ла бер “шайморатовсы” – 8-се класс уҡыусыһы Герман Никерин күтәргән.

Уҡыусылар алдында сығыш яһап, 2-се республика полилингваль күп профилле гимназия директоры Наил Әминев, дәүләт флагтарын күтәреү уҡыусыларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә булышлыҡ итәсәк, уҡыу аҙнаһын күтәренке кәйефтә башларға йоғонто яһаясаҡ, тип билдәләне.

Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин: “Тиҙҙән бөтә мәктәптәрҙә ҙә дүшәмбе иртәһе флаг күтәреүҙән башланасаҡ. Был хоҡуҡҡа эйә булыусылар уҡыуҙа, йәмәғәт тормошонда, спортта һәм сәнғәттә айырылып торған балалар араһынан һайлап алынасаҡ”, - тине.

Белеүебеҙсә, бынан алда мәғариф министры Сергей Кравцов 2022 йылдың 1 сентябренән Рәсәйҙең һәр мәктәбендә уҡыу аҙнаһы ил гимнын башҡарыуҙан һәм дәүләт флагын күтәреүҙән башланасаҡ, тип белдергәйне. Президент Владимир Путин мәғариф министрының башланғысын хупланы. Әйткәндәй, йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә булышлыҡ иткән бындай саралар Рәсәй Президенты В.В. Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә.

Әлеге башланғысҡа ҡарата республиканың Йәмәғәт советы ағзаһы, Башҡорт дәүләт университеты доценты, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Мирхәйҙәр улы Ҡалмантаев үҙ фекерен белдерҙе:

- Ил етәкселеге мәктәп эскәмйәһенән дәүләт символдарына хөрмәт тәрбиәләү бурысының мөһимлеген билдәләй. Был тулыһынса дөрөҫ ҡарар, тип иҫәпләйем. Бөгөн либераль Көнбайыш донъяһы Рәсәй Федерацияһына ҡаршы даими һөжүм алып бара. Был донъя күптән инде илебеҙ миҫалында “дошман образын” ижад итә. Бындай сәйәсәткә Рәсәй халҡы милли үҙаң үҫеше менән яуап бирҙе. Илебеҙ ҡулланыусы мәҙәниәтен алға һөргән Көнбайыш донъяһына берҙәмлек, ғәҙеллек, тигеҙлек, туғанлыҡ кеүек ҡиммәтәргә таянып, ҡаршы торорға тейеш.

Минеңсә, яңы граждандар, яңы элита тәрбиәләү беҙҙең мәктәптәрҙең, колледждарҙың, юғары уҡыу йорттарының бурысы булырға тейеш. СССР мәктәптәрендә тарих дәрестәре илдең патриоттарын тәрбиәләне, был тәжрибәне үҙләштерергә кәрәк. Мәктәптәр, колледждар һәм юғары уҡыу йорттары өсөн тарих буйынса дәреслектәрҙә Рәсәй Федерацияһының дәүләт символдарын өйрәнеүгә ҙурыраҡ иғтибар бүлеү зарур. Мәктәптәрҙә Рәсәй, Рәсәй халыҡтары тарихы ентекле өйрәнелергә тейеш. Мәҫәлән, 1812 йылғы Ватан һуғышында, Бөйөк Ватан һуғышында илебеҙ халыҡтарының юғары ватансылығы сағыла. Башҡорттар Рәсәй именлеген һаҡлаған геройҙары менән һәр саҡ ғорурланды.

Мәктәптәрҙә флаг күтәреү тантаналы сара булырға тейеш. Уның барышына хәрби хәрәкәт ветерандарын, производство алдынғыларын, “Атайсал” проектының әүҙем ҡатнашыусыларын йәлеп итергә мөмкин.

Сығанаҡ һәм фото: “Башинформ” агентлығы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас в