Быйыл “Демография” милли проектының бушлай һөнәри белемде камиллаштырыу мөмкинлеген бихисап яҡташтарыбыҙ ҡулланмаҡсы: әлеге ваҡытта “Рәсәйҙә эш” порталы аша Башҡортостандан бушлай уҡыуға 1014 ғариза теркәлгән.
“Демография” милли проектының ҡабаттан уҡытыу, белемде камиллаштырыу программаһы 28 марттан эшләй башланы, әлеге ваҡытта ла ғаризалар ҡабул итеү дауам итә. Милли проекттың “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” федераль проекты сиктәрендә Башҡортостанда йәшәүселәргә төбәктә ихтыяж булған йүнәлештәр буйынса 900-ҙән ашыу белем биреү программаһы тәҡдим ителә.
– Башҡортостанда һөнәри белем алыу, өҫтәмә һөнәри белем биреү йүнәлештәренең ғәмәлдәге исемлеге, шулай уҡ уҡытыу формалары менән “Рәсәйҙә эш” порталында ғариза тултырғанда төплөрәк танышырға мөмкин. Ғариза биргәндән һуң Мәшғүллек үҙәгендә һөнәри йүнәлеште билдәләргә кәрәк, артабан иһә белгестәр уҡырға теләгәндәрҙең башланғыс һөнәри күрһәткестәрен иҫәпкә алып, программа һайларға ярҙам итә – тип аңлатма бирә Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
Быйыл Башҡортостанда был мөмкинлек менән 2978 кеше файҙалана аласаҡ – республикаға бүленгән квота тап ошо кимәлдә. Һөҙөмтә лә юғары булырға тейеш: программа тамамланғас, белемен камиллаштырғандарҙың 75 проценты эшкә урынлашырға, эш менән тәьмин ителергә йәки үҙ эшен асырға тейеш. Бушлай белем алырға 50 йәштән өлкән граждандар, пенсия алды йәшендәге граждандар, балаһына өс йәш тулғансы уны ҡарау буйынса декрет ялында булған ҡатындар, хеҙмәт мөнәсәбәттәрендә тормаған һәм ете йәшкә тиклемге балаһы булған ҡатын-ҡыҙҙар, 35 йәшкә тиклемге йәштәрҙең айырым категориялары, шулай уҡ мәшғүллек үҙәктәрендә теркәлгән эшһеҙ граждандар һәм эштән сығарыу хәүефе янаған хеҙмәткәрҙәр инә ала.
Белем биреү операторҙары ролен Һөнәри оҫталыҡты үҫтереү агентлығы (Ворлдскиллс Рәсәй), Томск дәүләт университеты һәм Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы үтәйәсәк.
Шуныһы мөһим: уҡыуҙы тамамлағандан һуң тыңлаусыларға яңы һөнәр буйынса эш гарантиялана. Әгәр ҙә һеҙ үрҙә телгә алынған категориялы граждандар исемлегенә инһәгеҙ, кисекмәҫтән “Рәсәйҙә эш” порталына инеп, ошо хаҡта төплөрәк мәғлүмәт менән танышырға, ғариза бирергә кәңәш итәбеҙ.
Төбәктең хеҙмәт һәм халыҡ мәшғүллеге буйынса буйынса белгестәре билдәләүҙәренсә, белемен камиллаштырыусылар йәки икенсе йүнәлештә һөнәри белем алырға теләүселәр араһында декреттағы ҡатын-ҡыҙҙар бик күп. Улар араһында персонал менән идара итеү буйынса белгес, бөҙрәхана хеҙмәткәре, ашнаҡсы, тегенсе, социаль хеҙмәткәр, һатып алыуҙар буйынса белгес, уҡытыусы кеүек һөнәрҙәр ҙур ихтыяж менән файҙалана икән.
27 йәшлек Айгөл ҡасандыр медицина колледжын тамамлаған, әммә һөнәре буйынса оҙаҡ эшләргә тура килмәгән: кейәүгә сыҡҡан, бер-бер артлы балалары тыуған. Әле лә декрет ялында.
– Бушлай һөнәри белем алыу мөмкинлеге менән мотлаҡ файҙаланасаҡмын, сөнки медицина хеҙмәткәре булараҡ күптән квалификациямды юғалттым, унан тыш, бәләкәй балалар менән ундай тынғыһыҙ эшкә бара алмаҫмын, тип уйлайым. Мин күп балалы ғаиләлә үҫтем, бәләкәстән үк туғандарымдың сәсен рәткә килтерергә, һеңлеләремдең сәстәрен матурларға ярата торғайным. Шуға бөҙрәхана хеҙмәткәре һөнәрен үҙләштереү теләге менән янам. Эш табыласаҡ, сөнки был һөнәр күңелемә ятышлы, йәшәгән урынымда ла бөҙрәханалар күп, шәхси практика менән дә шөғөлләнәсәкмен, - ти Айгөл.
Өлкән быуын граждандары араһында иһә квалификацияны күтәреү буйынса иң популяр йүнәлештәр булып хеҙмәтте һаҡлау буйынса белгес, һатып алыуҙар буйынса белгес, эш башҡарыусы, персонал буйынса менеджер, ашнаҡсы, бухгалтер, психолог, келәтсе, бөҙрәхана хеҙмәткәре һөнәрҙәре ҡала.
Эйе, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проекты (национальный проект “Демография”) нигеҙендә тормошҡа ашырылған сараларҙың ыңғай һөҙөмтәһе, һис шикһеҙ, һиҙелерлек, ул тәү сиратта илдәге социаль хәлде яҡшыртыуға, кешеләрҙең йәшәү кимәлен күтәреүгә йүнәлтелгән. “Эше барҙың – ашы бар”, тип юҡҡа әйтмәйҙәр: милли проект тормош юлында ҡаршылыҡтарға йә ҡырҡа үҙгәрештәргә дусар булғандарға ярҙам итә һәм йәшәйеш йүнәлешен бирә.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: kkoop.ru