

Хәйбулла районы хакимиәте мәғлүмәттәренә ярашлы, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов аҙна һайын үткәргән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” Хәйбуллала йүнселлекте үҫтереүгә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) тормошҡа ашырыуға йүнәлтелә.
Сираттағы ултырышта ике проект ҡаралды. Уларҙың икеһе лә ауыл хужалығына ҡағыла. Тәүге проектты Татьяна менән Иван Анталдар ғаиләһе тәҡдим итте. Улар Федоровка ауылында һөт ризыҡтары етештереү цехын асырға ниәтләй. Ғаилә башлығы ултырышта ҡатнашыусыларҙы пландары менән таныштырҙы.
Фекер алышыу һөҙөмтәһендә йүнселдәр өсөн Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының грант ярҙамы күрһәтеүҙе күҙ уңында тотҡан “Ғаилә фермаһы” программаһы буйынса консультация үткәрергә, инвестиция проектына дәүләт ярҙамы күрһәтеү алымдарын билдәләргә ҡарар ителде.
Икенсе проект Илдар Юлышевтыҡы. Ул социаль контракт буйынса адреслы социаль ярҙам программаһына ярашлы һыйыр малы һатып алырға һәм 1-се Мырҙа ауылында ошо эшмәкәрлек төрөн үҫтерергә ниәтләй.
Әйткәндәй, йүнсел шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыу йәһәтенән бай тәжрибә туплаған. Үҙ эшен асыу өсөн ул "симменталь" тоҡомло биш тана һатып алырға теләй. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн финанс ярҙамы кәрәк. Район хакимиәте башлығы проектҡа булышлыҡ итеү алымдарын ҡарарға ҡушты.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/251111
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/251111