Башҡортостан
-11 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Апрель , 11:30

“Көмөш инеш”кә – яңы һулыш

Яңыртылған аллея халыҡтың яратҡан ял итеү урынына әүерелер.

“Көмөш инеш”кә – яңы һулыш
“Көмөш инеш”кә – яңы һулыш

Иглин районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, район үҙәгендә “Йәшел Башҡортостан” акцияһы барышында “Көмөш инеш” тәртипкә килтерелде. Сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проекты (национальный проект “Экология”) нигеҙендә уҙғарылды.

Якутов урамындағы шишмәне төҙөкләндереүҙә 160-тан ашыу кеше ҡатнашты. Улар иҫәбендә – Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова, уның урынбаҫарҙары, ауыл биләмәләре башлыҡтары, ветерандар советы ағзалары, төҙөкләндереү, мәҙәниәт, мәғариф, медицина учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, урындағы халыҡ. Өмәгә Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин да килгәйне. Егор Владимирович менән Гүзәл Рәйес ҡыҙы ҡарағай ултыртты.

Экологик акцияла ҡатнашыусылар сүп-сарҙы йыйҙы, шишмәнең төбөн тәрәнәйтте, баҫҡыстарҙың таянғыстарын, күперҙе буяны, мәғлүмәт таҡталарын яңыртты, ағас ултыртты, юл бордюрҙарын аҡланы. Һөҙөмтәлә биләмә күҙгә күренеп үҙгәрҙе. Хәҙер бында “Көмөш инеш” тигән аллея барлыҡҡа килде.

– Бөгөн беҙ күмәкләп ағас ултырттыҡ. Яңыртылған аллея халыҡтың яратҡан ял итеү урынына әүерелер, тип ышанам, – тине район хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова. – Өмәлә ҡатнашҡандарҙың бөтәһенә лә рәхмәт. Иглинды бергәләп матурлайыҡ!

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/250978

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/250978

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас в