Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Апрель 2022, 20:30

Туймазы предприятиеһы - милли проект ҡатнашыусыһы

“Корона” фабрикаһы Рәсәйҙә йоҡо өсөн тауарҙар етештергән иң эре биш предприятие иҫәбенә инә. 

Туймазы предприятиеһы - милли проект ҡатнашыусыһы
Туймазы предприятиеһы - милли проект ҡатнашыусыһы

Туймазы ҡалаһының “Корона” фабрикаһы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектының 131-се ҡатнашыусыһы булды. Компанияға 2005 йылда нигеҙ һалына, ул ортопедик матрастар, интерьер карауаттары, дивандар, ултырғыстар етештерә һәм Рәсәйҙә йоҡо өсөн тауарҙар етештергән иң эре биш предприятие иҫәбенә инә.

“Етештереү процесына үҙгәрештәр индереү һәр предприятие өсөн мөһим, ә “Корона” компанияһы өсөн бигерәк тә кәрәк, сөнки ул илдә беренсе тапҡыр барлыҡҡа килгән республика мебель кластерының якорь резиденты булып һанала. Предприятиела етештереү процестарының камиллашыуы төбәк компетенциялар үҙәге эксперттары ярҙамында тормошҡа ашырыласаҡ. Эксперттар предприятиеның эшселәрен уҡытасаҡ, төп етешһеҙлектәрҙе асыҡлаясаҡ, уларҙы бөтөрөү буйынса саралар планын төҙөйәсәк”, – тип билдәләне БР Иҡтсади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.

Төбәк компетенциялар үҙәге белгестәре фекеренсә, милли проектта ҡатнашып, етештереү һөҙөмтәһе күтәреләсәк, етешһеҙлектәр бөтөрөләсәк, продукцияны һатыу баҙары киңәйәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2018 йылдағы май указындағы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына (национальный проект “Производительность труда) ярашлы, 2024 йылға тиклем илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йылына биш процентҡа арттырыу ҡаралған.

 

 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: