Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Апрель 2022, 09:30

Яңы Ҡайынлыҡта – яңы медицина пункты

Был фельдшер-акушерлыҡ пункты 450-нән ашыу кешене хеҙмәтләндерәсәк.

Яңы Ҡайынлыҡта – яңы медицина пункты
Яңы Ҡайынлыҡта – яңы медицина пункты

Краcнокама районында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Яңы Ҡайынлыҡ ауылындағы медицина учреждениеһы яңы бинаға күсте.

Ауыл халҡы өсөн был ваҡиға оло байрамға әүерелде. Район етәкселеге ФАП-ҡа эш өсөн принтер тапшырҙы. Элекке фельдшер-акушерлыҡ пункты иҫке ағас бинала урынлашҡайны. Санитария-гигиена талаптарына ла, заман талаптарына ла яуап бирмәгән учреждениены яңыртыу кәрәклеге көн кеүек асыҡ ине.  Бинала эҫе һыу булмауы ҙур уңайһыҙлыҡ тыуҙырҙы.  

Бинаны ремонтлауға бер миллион йөҙ мең һум аҡса тотонолдо. Яңы ФАП күп функциялы ауыл мәҙәниәт йорто бинаһында урынлашҡан. Ул 450-нән ашыу кешене хеҙмәтләндерәсәк. Оҙаҡламай райондың башҡа ауылдарында ла  яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары ишектәрен асасаҡ. 

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцияла мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 Фото:BashNews

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас в