Асҡын районы хакимиәте мәғлүмәттәренә ярашлы, Асҡын ауылында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проекты нигеҙендә ял зонаһын һәм спорт майҙансығын төҙөкләндереү эштәре башланды. Ял итеү зонаһы 2-се урта мәктәп янындағы стадион урынында асыла. Эште “Асҡын” юл-төҙөлөш күсмә механизацияланған колоннаһы башҡара.
Подряд ойошмаһы директоры Сергей Шаравьев әйтеүенсә, ошо көндәрҙә – биләмәне планлаштырыуға, ә май байрамдарынан һуң ҡоймалауға тотонмаҡсылар. Объект быйыл йәй файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Төп эштәр исемлегенә трибуна төҙөү, фубол майҙансығын, ҡапҡаһын эшләү, газон түшәү, резина япмалы йүгереү юлын һалыу, спорт ҡоролмаларын, туҡталҡаны яҡтыртыу инә.
Мәғлүм булыуынса, былтыр Асҡын халҡы тап ошо проектты һайлағайны. Уның өсөн 2620 кеше тауыш бирҙе. Һөҙөмтәлә проектҡа 9,5 миллион һум аҡса бүленде.
Асҡындар конкурста быйыл да ҡатнаша. “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проекты сиктәрендә Асҡын ауылының Пионер урамындағы майҙанды төҙөкләндереү өсөн тауыш биреү бара. Бында ғаилә менән ял итеү өсөн парк асмаҡсылар.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: askino.bashkortostan.ru/presscenter/news/449824/
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/251437