

Бөрйән үҙәк район дауаханаһына яңы заманса эндоскопик комплекс килтерелде. 9 миллион 200 мең һумлыҡ ҡорамал “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы алынды.
Эндоскопия – эске органдарҙы диагностикалау ысулы, төп өҫтөнлөгө – мәғлүмәтлелек, хәүефһеҙлек. Унан балалар ҙа, ололар ҙа берҙәй файҙалана ала, ауыртыу тыуҙырмай. Хәҙерге заман эндоскопияһы дауалау операциялары, биопсия алыу, диагноз ҡуйыу өсөн файҙаланыла. Комплекс юғары сифатлы, табиптарға иң алдынғы дауалау технологияларын файҙаланырға мөмкинлек бирә. Ул иртә стадияларҙа эске органдарҙағы онкология сирҙәрен асыҡлай ала.
–Яңы ҡорамалда эшләү өсөн табиптар уҡытылды. Аппараттың эш сифатын иҫкеһе менән сағыштырырлыҡ та түгел. Ул сирҙәрҙе иртә стадияла асыҡларға һәм ваҡытында дауалай башларға ярҙам итәсәк, – тип билдәләне табип-эндоскопист Морат Йәһүҙин.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.
Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән, пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.