Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Апрель 2022, 16:15

Яңы объекттар төҙөйҙәр, иҫкеләрен яңырталар

Ишембай районы хакимиәтендә был йүнәлештә әүҙем эш алып барыла.

Яңы объекттар төҙөйҙәр, иҫкеләрен яңырталар
Яңы объекттар төҙөйҙәр, иҫкеләрен яңырталар

Ишембай районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектының (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары акселерацияһы” төбәк проектына ярашлы, Ишембай ҡалаһында күсмә павильондар, киоскылар, сауҙа-туҡталыш комплекстары, стационар булмаған сауҙа объекттары әүҙем барлыҡҡа килә. Йүнселдәрҙең күбеһенә стационар сауҙа нөктәһен ҡуртымға йәки һатып алыуға ҡарағанда, ошондай эш алымы отошло.

2020 йылдан Ишембай районы хакимиәтендә стационар булмаған сауҙа объекттарының тышҡы йөҙөн яңыртыу йәһәтенән әүҙем эш алып барыла, сауҙаға рөхсәт биреү урынына хәҙер биш йылға килешеү төҙөлә.

Әле районда биш яңы сауҙа объекты сафҡа индерелгән, 11 сауҙа һәм хеҙмәт күрһәтеү объекты яңыртылған, икәүһендә төҙөлөш-монтаж эше тамамланып килә, иҫке алты сауҙа объекты һүтеп алынған.

Әйткәндәй, миҙгелгә ҡарап асылған сауҙа нөктәләре – ҡойоп һатылған эсемлек, туңдырма, кондитер ризыҡтары объекттарының да тышҡы йөҙө һәм форматы яңыртылған. Был йүнәлештә эш артабан да дауам итә.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/251761

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/251761

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас в