Башҡортостан
-13 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Апрель , 21:00

Абитуриенттар документтарын онлайн тапшыра ала

Ғаризалар “Юғары уҡыу йортона онлайн инеү” сервисы ярҙамында “Дәүләт хеҙмәттәре” аша ҡабул ителә.

Абитуриенттар документтарын онлайн тапшыра ала
Абитуриенттар документтарын онлайн тапшыра ала

Хәҙер Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү өсөн һәр ҡайһы нөктәнән онлайн режимда ғариза бирергә мөмкин.

Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары икенсе йыл инде “Юғары уҡыу йортона онлайн инеү” сервисы ярҙамында “Дәүләт хеҙмәттәре” аша абитуриенттарҙан ғаризалар ҡабул итә. Былтыр ул юғары уҡыу йорттарында һынау режимында эшләне.

Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2022/2023 уҡыу йылына бакалавриат, белгеслек һәм магистратура программалары буйынса республиканың ете алдынғы юғары уҡыу йорто 12 381 бюджет урынына абитуриенттар ҡабул итә. Шул иҫәптән аспирантураға – 151 кеше (2021/2022 уҡыу йылында – 127), ординатураға – 933 кеше (2021/2022 уҡыу йылында – 715).

Йүнәлештәр буйынса һандар түбәндәгесә:

мәғариф һәм педагогика – 2371 урын;

геология, тау эше, нефть-газ эше һәм геодезия – 925; машиналар эшләү – 870;

информатика һәм иҫәпләү техникаһы – 869; клиник медицина – 807 урын.

“Әгәр элек сервис бюджет урындарына ғына инеү өсөн файҙаланылһа, быйыл ул бюджеттан тыш урындарға уҡырға инеүселәр өсөн дә, шулай уҡ бюджет нигеҙендә ҡабул итеүҙең маҡсатлы һәм льготалы урындарына ла эшләй. Конкурс исемлеген яңыртыу системаһы ла камиллаштырылған: статустар үҙгәреүе шунда уҡ буласаҡ. Был бер юлы бер нисә белгеслеккә һәм йүнәлешкә документ тапшырған абитуриенттар өсөн мөһим. Улар конкурс хәлен реаль ваҡыт режимында күҙәтә ала”, - тип белдерҙе Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры Валерий Фальков.

Һанлаштырыу дәүләт хеҙмәттәрен халыҡҡа уңайлыраҡ итә.

2022 йылда Рәсәй юғары уҡыу йорттарына бюджет урындары арта: 2021/2022 уҡыу йылы менән сағыштырғанда 11 546 урынға. Шулай итеп, бюджет нигеҙендә 558 мең 44 кеше инә аласаҡ.

Иң күп урындар медицина, педагогика, ауыл хужалығы, инженер һөнәрҙәре һәм яһалма интеллект йүнәлештәре буйынса бүленгән.

Сервисҡа һылтанма: //www.gosuslugi.ru/vuzonline

Абитуриенттар өсөн юғары уҡыу йортона инеү шарттарын замансалаштырыу, яңы мөмкинлектәр булдырыу ил Президенты В.В. Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Фән” милли проекты (национальный проект “Наука”) ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә.

Фото: ulpravda.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас в