Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарын яҡлау” милли проекты (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.
Урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә төрлө яҡлап булышлыҡ итеү менән бер рәттән, район-ҡала хакимиәттәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә. Ошо көндәрҙә Белорет районы хакимиәтендә уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә мөһим инвестиция проекты ҡаралды.
Белорет ҡалаһында йәшәгән инвестор бөҙрәхана асып, халыҡты хеҙмәтләндерергә планлаштыра. Проект инициаторы кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы үҙенең идеялары менән таныштырҙы, бизнесты башлау, кәрәкле ҡорамалдар, материалдар һатып алыуҙа финанс ярҙамы алыу буйынса һорауҙар бирҙе.
Инвесторға социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам алыу өсөн документтар тапшырырға кәңәш ителде. Шулай уҡ муниципаль бинаны ҡуртымға алыу буйынса мәғлүмәт-консультация ярҙамы күрһәтелде.
Фото: Белорет районы хакимиәте сайтынан.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан