Башҡортостан
+14 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Апрель 2022, 09:30

Күңел йылыһын өләшеп

Дыуан районы китапханасылары “ДОНБАССҠА – КИТАПТАР” акцияһында ҡатнашты

Күңел йылыһын өләшеп
Күңел йылыһын өләшеп

“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә (национальный проект "Культура") Дыуан районы Дыуан ауылында моделле китапхана асылғайны. Уның хеҙмәткәрҙәре тарафынан аҙна һайын китап уҡыусылар өсөн төрлө саралар үткәрелеп тора. Украинала рус телендәге китаптарҙы уҡыуҙан мәхрүм Донбасс балаларына ғәҙәти рус телле мөхиттә уҡыр һәм үҫер өсөн “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы депутаттары “ДОНБАССҠА – КИТАПТАР” акцияһын башлағас, Дыуан районы китапханалар селтәре лә уларға ихлас ҡушылды.

Халыҡ йыйған китаптар араһында балалар өсөн яҙған рус һәм совет классиктарының әҫәрҙәре, әкиәттәр, энциклопедиялар бар. Был китаптар төбәктәге партия бүлексәһенә тапшырылды. Артабан улар Өфөгә, унан һуң Донбасс балаларына оҙатыласаҡ.

Фото: https://duvanzb.ru/2022/03/31/aktsiya-knigi-donbassu/

Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас в