Милли проекттар
28 Апрель 2022, 10:15

Мәскәү ауылында үҙенсәлекле сара үтте

Шашка турнирында ҡатнашҡандарҙың иң кесеһенә – ни бары ете, иң өлкәненә – 81 йәш.

Мәскәү ауылында үҙенсәлекле сара үттеМәскәү ауылында үҙенсәлекле сара үтте
Мәскәү ауылында үҙенсәлекле сара үтте

Дүртөйлө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Бөтә донъя сәләмәтлек көнө алдынан, “Айыҡ ауыл” республика конкурсы һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проекты (национальный проект “Демография”) нигеҙендә Мәскәү ауылында үҙенсәлекле сара үтте.

Ауыл мәҙәниәт йортонда халыҡ-ара шашка буйынса ете тапҡыр донъя, ике тапҡыр Европа чемпионы Тамара Танһыҡҡужина ҡатнашлығында шашка буйынса блиц-турнир булды. Мәскәү ауылынан, шулай уҡ Саҡмағош районынан 30-лап кеше чемпион менән уйнарға килде.  Тамара Танһыҡҡужина сараға килгәндәрҙең барыһы менән дә бер үк ваҡытта уйнаны.

Шашка турнирында ҡатнашҡандарҙың иң кесеһенә – Самат Араптановҡа – ни бары ете, иң өлкәне – Рим Бәҙретдиновҡа – 81 йәш. Барыһына ла сертификаттар тапшырылды. Тамара Михайловна шулай уҡ иң яҡшы уйынсыларҙы билдәләп, миҙалдар, грамоталар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/252445

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/252445

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас